Зәбүр 87 - Изге Яҙма1 Ҡорах улдарының мәҙхиәһе. Йыр. Йырсылар етәксеһенә: «Махалаҫ» көйөнә. Ҡара-ҡаршы йыр. Әзрах нәҫеленән булған Һемандың уйланыуҙары. 2 Йә Раббы, мине ҡотҡарған Алла, Көнөн-төнөн Һиңә ялбарамын! 3 Доғам хозурыңа барып етһен, Ҡолаҡ һал ялбарыуыма. 4 Ҡайғы-хәсрәтем боғаҙыма тығылды, Йәнем үлеләр донъяһына яҡынлашты. 5 Ҡәбергә төшкәндәргә иш булдым, Һис тәҡәтһеҙ тороп ҡалдым. 6 Үлектәр араһына ташланған, Һин башҡаса иҫеңә алмаған, Инде бөтөнләй ҡулыңдан төшкән, Ҡәберҙә ятҡан мәйеттәй булдым, 7 Мине тәрән соҡор төбөнә һалдың, Ҡараңғылыҡҡа, упҡынға аттың. 8 Башыма төштө асыуың, Тулҡындарың менән иҙҙең. Села 9 Яҡындарымды алыҫлаштырҙың, Улар күҙендә ерәнгес иттең. Бикле ҡалдым да сыға алмайым. 10 Хәсрәтемдән күҙ нурҙарым һүнде, Һәр көн Һиңә ялбарамын, Раббы, Ҡулдарымды Һиңә һонамын. 11 Мөғжизәләреңде мәйеттәргә күрһәтәсәкһеңме? Үлектәр тороп Һине данлармы? Села 12 Тоғро мөхәббәтең хаҡында ҡәберҙә, Тоғролоғоң тураһында Һәләкәт урынында һөйләнерме? 13 Ҡараңғылыҡта хикмәттәреңде кем күрер? Ғәҙеллегеңде онотолоу донъяһында кем белер? 14 Мин иһә, йә Раббы, ярҙамға саҡырам Һине; Доғам иртә таңдан Һиңә олғашыр. 15 Ни өсөн мине ситкә тибәһең, Раббы, Ниңә Һин минән йөҙөңдө йәшерәһең? 16 Бәхетһеҙмен, үлем хәлендәмен йәшлегемдән; Дәһшәттәрең алдында сараһыҙ ҡалдым. 17 Асыуың башымдан ашты инде, Дәһшәтеңдән рухым һынды минең. 18 Ул көн һайын ташҡындай уратып ала, Мине һәр тарафтан ҡамалай. 19 Йәремдән, яҡын дуҫымдан айырҙың, Серҙәшем булып тик ҡараңғылыҡ ҡалды. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia