Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 86 - Изге Яҙма


1 Ҡорах улдарының йыр-мәҙхиәһе.

1 Ҡорах улдарының йыр-мәҙхиәһе. Ул Йәрүсәлимде мөҡәддәс тау өҫтөнә ҡорған!

2 Раббы Сион ҡапҡаларын Яҡуп нәҫеленең бар төйәктәренән нығыраҡ һөйә.

3 Эй Алла ҡалаһы, һинең хаҡта Ниндәй ғәжәйеп һүҙҙәр һөйләйҙәр. Села

4 Мине танығандар араһына Раһав менән Бабилды ла индерермен, Пелешеҫ менән Тир, Куш хаҡында: «Ул да бында тыуған», – тиерҙәр.

5 Ә Сион тураһында былай әйтелер: «Шул да унда тыуған, был да, Юғарыларҙан Юғары Үҙе Уны ҡаҡшамаҫ итәлер».

6 Раббы халыҡтар исемлегендә: «Был да Сионда тыуған», – тип яҙыр. Села

7 Йыраусылар менән бейеүселәр: «Тормош сығанағым – һиндә», – тип әйтер.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan