Зәбүр 85 - Изге Яҙма1 Дауыттың доғаһы. 1 Дауыттың доғаһы. Мин бисара бер фәҡирмен, Ҡолаҡ һал да яуап ҡайтар, Раббым! 2 Мин Һиңә тоғромон, йәнемде һаҡла, Эй Аллам, Һиңә өмөт бағлаған ҡолоңдо ҡотҡар! 3 Көн оҙоно Һиңә ялбарамын, Эй бөйөк Хаким, миһырбанлы бул миңә. 4 Мин бәндәңдең күңелен һөйөндөр, Йәнемде Һин Хакимыма олғаштырам. 5 Һин игелекле, ғәфү итергә әҙерһең, бөйөк Хаким; Үҙеңде саҡырғандарға мөхәббәтең мул. 6 Йә Раббы, доғамды ишет, Ялбарыу ауазыма ҡолаҡ һал! 7 Хәсрәт көнөмдә Һине саҡырам, Беләм, миңә яуап ҡайтарырһың. 8 Бөйөк Хаким, илаһтар араһында Һиндәй юҡ, Һин эшләгән һымаҡ ғәмәлдәр юҡ. 9 Үҙең бар ҡылған халыҡтарҙың һәммәһе, Эй бөйөк Хаким, хозурыңа килеп баш эйер, Исемеңә дан-шөһрәт килтерер. 10 Сөнки Һин бөйөкһөң, Мөғжизәләр ҡылыусыһың. Яңғыҙ Һин генә Аллаһың! 11 Йә Раббы, миңә юлыңды күрһәт – Һинең хәҡиҡәтеңдә йәшәйем. Йөрәгемә бары тик бер генә ынтылыш һал – Һинең исемеңде генә ҡурҡып хөрмәтләйем. 12 Бар күңелемдән Һиңә шөкөр итермен, Хакимым Аллам! Мәңге Һинең исемеңде ололармын. 13 Миңә булған тоғро мөхәббәтең бөйөк, Йәнемде үлеләр донъяһы упҡынынан Һин ҡотҡарҙың. 14 Эй Алла, хаяһыҙҙар миңә һөжүм итә, Залимдар өйөрө йәнемде көҫәй. Улар бит Һине һанламай. 15 Эй бөйөк Хаким, Һин рәхимле, мәрхәмәтле, Сикһеҙ түҙемле, оло мөхәббәтле, тоғро Алла. 16 Хәлемде күр, мәрхәмәт-шәфҡәт ҡыл, Мин ҡолоңа көс-ҡеүәт бир, Ҡолиәңдең улын ҡотҡар. 17 Мине үҙ итеүеңдең берәй билдәһен күрһәт, Раббы! Миңә ярҙам иткәнеңде, йыуатҡаныңды күргәс, Миңә нәфрәт тотҡандар хурлыҡҡа ҡалһын. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia