Зәбүр 84 - Изге Яҙма1 Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының мәҙхиәһе. 2 Йә Раббы, илеңә миһырбанлыҡ ҡылдың, Яҡуп нәҫеленә муллыҡ-именлек ҡайтарҙың. 3 Халҡыңдың ғәйебен ярлыҡаның, Барлыҡ гонаһтарынан пакланың. Села 4 Бөтә асыуыңды ситкә ҡуйҙың, Ярһыуҙарыңдан тыйылдың. 5 Эй ҡотҡарыусыбыҙ Алла, Беҙҙе элекке хәлебеҙгә ҡайтар! Беҙгә асыуыңды туҡтат. 6 Мәңге шулай асыу һаҡларһыңмы? Ярһыуың быуындан-быуынғаса һуҙылырмы? 7 Халҡың Һиндә ҡыуаныс тапһын тип, Беҙҙе ҡабат терелтмәҫһеңме ни? 8 Йә Раббы, тоғро мөхәббәтеңде күрһәт, Ҡотҡара күр беҙҙе! 9 Раббы Алланың әйткәненә ҡолаҡ һалам. Халҡына, тоғро ҡолдарына именлек вәғәҙә итә, Тик мәғәнәһеҙ юлдарға ҡайтмаһындар. 10 Ысынлап та, Үҙенән ҡурҡҡандарға Уның ҡотҡарыуы яҡын, Уның шөһрәте беҙҙең еребеҙҙә төйәкләнәсәк. 11 Мөхәббәт менән тоғролоҡ осрашасаҡ, Хаҡлыҡ менән именлек үбешәсәк. 12 Ерҙән тоғролоҡ үҫеп сығыр, Хаҡлыҡ күктәрҙән аҫҡа эйелер. 13 Раббы бәрәкәт күндерер, Еребеҙ мул уңыш бирер. 14 Хаҡлыҡ Раббының алдынан атлап барыр, Уның өсөн юл әҙерләр. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia