Зәбүр 82 - Изге Яҙма1 Йыр. Асафтың мәҙхиәһе. 2 Эй Алла, өндәшмәй ҡалма, Өнһөҙ генә тик торма, Илаһым! 3 Ҡара, дошмандарың шаулашалар, Баштарын ҡалҡыта нәфрәтлеләр. 4 Халҡыңа ҡаршы мәкер ҡоралар, Ғәзиздәреңә ҡаршы кәңәш тоталар. 5 «Әйҙәгеҙ, был милләтте юҡ итәйек, – тиҙәр. – Исраилдың исеме лә онотолһон». 6 Бергәләшеп улар һүҙ ҡуйышты, Һиңә ҡаршы килешеү төҙөштө: 7 Эдомдар, исмәғилдәр, Моавтар, һағриҙар, 8 Гевал, Ғаммон, Ғәмәлек, Пелешеҫ менән Тир халҡы. 9 Ашшур ҙа уларға ҡушылды, Лут нәҫелдәренә терәк булды. Села 10 Уларға Мидйәнгә эшләгәнеңде, Ҡишон буйында Сисера менән Явинға ҡылғандарыңды эшлә – 11 Һин уларҙы Ғейн-Дорҙа ҡырып һалдың; Тупраҡҡа тиреҫ булдылар. 12 Башлыҡтарын Ғорев менән Зеев һымаҡ, Юлбашсыларын Зәвах менән Салмуннағ һымаҡ ит. 13 Сөнки улар: «Әйҙәгеҙ, Алланың утлауҙарын Үҙебеҙгә алайыҡ», – тип әйткән булған. 14 Эй Илаһым, Һин уларҙы ҡойондағы туҙан, Елгә осҡан кәбәк һымаҡ туҙҙыр! 15 Урмандарҙы көлгә әйләндергән ут, Тауҙарҙы ялмаған ялҡын һымаҡ, 16 Дауылың менән ҡыуала, Ғәрәсәтең менән дәһшәткә һал! 17 Йөҙҙәрен мәсхәрә менән ҡапла, Һинең исемеңде, Раббы, эҙләй башлаһындар. 18 Мәңге оят менән дәһшәт эсендә ҡалһындар, Хурлыҡҡа төшөп юҡҡа сыҡһындар. 19 Белһендәр: Һинең исемең – Раббы, Ер йөҙөндә Һин Юғарыларҙан Юғары Алла! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia