Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 81 - Изге Яҙма


1 Асафтың мәҙхиәһе.

1 Асафтың мәҙхиәһе. Алла илаһи йыйында тороп, Хөкөмөн әйтте илаһтар араһында:

2 «Ҡасанғаса нахаҡ хөкөм ҡылырһығыҙ? Яуыздарҙы аҡлап ҡалырһығыҙ? Села

3 Ярлы менән етемдең дәғүәһенә ғәҙел ҡарағыҙ; Мохтаж менән фәҡирҙең хаҡын бирегеҙ.

4 Юҡһыл менән хәйерсене ҡотҡарығыҙ, Яуыздарҙың ҡулынан уларҙы тартып алығыҙ.

5 Тик белмәйҙәр, аңламайҙар! Дөм ҡараңғыла йөрөйҙәр. Ер йөҙөнөң нигеҙҙәре ҡаҡшаған.

6 Әйттем Мин: „Һеҙ илаһтарһығыҙ; Һәммәгеҙ ҙә Юғарыларҙан Юғарының улдары.

7 Ләкин һеҙ кешеләр кеүек үк үләсәкһегеҙ, Берәй хаким һымаҡ юғарынан ҡоларһығыҙ“».

8 Эй Алла, ҡалҡ, хөкөм ит ер йөҙөн! Һәммә халыҡтар ҙа Һинеке бит!

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan