Зәбүр 8 - Изге Яҙма1 Йырсылар етәксеһенә: «Гиттиҫ» көйөнә. Дауыттың мәҙхиәһе. 2 Раббы Хакимыбыҙ! Исемең ниндәй ғиззәтле бөтә ер йөҙөндә! Асмандан юғарыраҡ Һинең шөһрәтең! 3 Сабыйҙар, имсәк балаларҙың ауазы менән Дошмандар һәм үслеләргә ҡаршы Һин нығытма ҡорҙоң, уларға ахыр ҡуйҙың. 4 Бармаҡтарың әүәләгән күккә баҡтым, Һин урынлаштырған ай менән йондоҙҙарға ҡараным. 5 Әҙәм заты нимә инде? Ә Һин уның хаҡында уйлайһың! Бәндә балаһы кем – уны хәстәрләйһең? 6 Уны Алланан саҡ ҡына түбән иттең; Шөһрәт һәм хөрмәт тажы кейҙерҙең. 7 Ҡулыңдың ижадына уны хаким ҡылдың, Бөтә нәмәне аяғы аҫтына һалдың: 8 Эре һәм ваҡ малды, Ҡырағай хайуанды, 9 Күктәге ҡош, диңгеҙҙәге балыҡ, Даръяларҙа йөҙгән һәммәһен. 10 Эй Раббы Хакимыбыҙ, Бөтөн ер йөҙөндә исемең ниндәй ғиззәтле! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia