Зәбүр 79 - Изге Яҙма1 Йырсылар етәксеһенә: «Килешеү лилиәһе» көйөнә. Асафтың мәҙхиәһе. 2-3 Тыңла беҙҙе, Исраилдың Көтөүсеһе, Йософ нәҫелен ҡуй көтөүсеһеләй етәкләп йөрөткән Һинһең, Кирубтарҙың өҫтөндә тәхет ҡорғанһың, Әфраим, Бинйәмин, Менашше алдында нурыңды сәс, Ҡөҙрәтеңде күрһәт, беҙҙе ҡотҡарырға кил! 4 Беҙҙе элекке хәлебеҙгә ҡайтар, эй Алла! Йөҙөңдән нур сәсеп беҙҙе ҡотҡар! 5 Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, ҡасанғаса Халҡың доғаһына асыулы ҡарарһың? 6 Уларға икмәк урынына күҙ йәше бирҙең, Туҫтаҡ тулы әсе йәш эсерҙең. 7 Күршеләребеҙҙең талашына сәбәп иттең, Дошмандарыбыҙ бот сабып көлә. 8 Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, беҙҙе элекке хәлебеҙгә ҡайтар, Йөҙөңдән нур сәсеп беҙҙе ҡотҡар! 9 Мысырҙан бер йөҙөм ботағы алып килдең, Ҡәүемдәрҙе ҡыуып, уны тупраҡҡа ултырттың. 10 Уның өсөн урын әҙерләнең, Тамыр йәйеп илгә таралды. 11 Күләгәһе тауҙарҙы ҡапланы, Ботаҡтары – ғорур кедрҙарҙы. 12 Тәлгәштәре диңгеҙгә үрелде, Тармаҡтары Евфратҡаса барып етте. 13 Ниңә Һин уның ҡоймаларын емерҙең? Емештәрен йолҡа һәр үткенсе, 14 Ҡырағай сусҡалар төбөн соҡой, Ҡыр йәнлектәре һабаҡтарын кимерә. 15 Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, кире борол! Ҡараһана күктән! Күр ҙә илтифат ит йөҙөм ағасына. 16 Уң ҡулың ултыртҡан үрсемде, Үҙең ныҡлыҡ биргән уланды ҡурсала. 17 Ҡырҡып ташланған ул, яндырылған… Быны эшләгәндәр Һинең Асыулы ҡарашыңдан юҡҡа сыҡһындар! 18 Ҡулың уң яғыңда тороусыны – Үҙең ныҡлыҡ биргән әҙәм улын ҡурсалаһын! 19 Шул саҡта беҙ Һинән тайпылмабыҙ. Йәшәү бир беҙгә, исемеңде әйтеп саҡырырбыҙ! 20 Йә Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Беҙҙе элекке хәлебеҙгә ҡайтар, Йөҙөң беҙгә нурын сәсһен – ҡотолоу табайыҡ! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia