Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 77 - Изге Яҙма


1 Асафтың уйланыуҙары.

1 Асафтың уйланыуҙары. Эй халҡым, тыңла нәсихәтемде, Ҡолаҡ һал ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәргә.

2 Ауыҙымды хикмәт менән асайым, Боронғо серҙәрҙе әйтәйем.

3 Ишеткәнде, белгәндәребеҙҙе, Аталарыбыҙҙың һөйләгәнен

4 Килер быуындарҙан йәшермәбеҙ: Раббының данға лайыҡ эштәрен, Ҡөҙрәтен, ҡылған мөғжизәләрен Киләсәк быуындарға иғлан итербеҙ.

5 Раббы Яҡупҡа күрһәтмәләрен күндергән, Исраилға ҡанун биргән. Был тәғлимәтте балаларына өйрәтһен тип, Ата-бабаларыбыҙға бойорған.

6 Килер быуын, тыуыр балалар белһендәр, Улар үҙ балаларына аңлатһындар:

7 Өмөттәрен Аллаға улар бағлаһын, Алла ғәмәлдәрен онотмаһын, Бойороҡтарын бойомға ашырһын;

8 Ата-бабалары һымаҡ булмаһындар: Сөнки улар тиҫкәре, фетнәсел быуын булды; Күңелдәре тотороҡһоҙ, Рухтары Аллаға тоғро түгел ине.

9 Ана, уҡ-һаҙаҡлы Әфраим улдары Алыш көнөндә арттарына боролоп ҡасты.

10 Сөнки улар Алла менән килешеүҙе боҙҙо, Уның ҡануны буйынса йәшәүҙән баш тартты.

11 Оноттолар Уның ғәмәлдәрен, Уларға күрһәткән мөғжизәләрен.

12 Алла Мысырҙа Соған тигеҙлегендә, Ата-бабаларының күҙ алдында, Мөғжизә-хикмәттәрен күрһәтте.

13 Диңгеҙҙе ярып, уларҙы ҡоронан алып сыҡты; Һыуҙарҙы диуар һымаҡ үрә торғоҙҙо.

14 Көндөҙ болот, төндә ут яҡтыһы менән, Уларға гел юл күрһәтеп барҙы.

15 Сүлдә ҡая ярып һыу сығарҙы; Төпһөҙ даръяларҙан һуғарғандай, Уларға туйғансы һыу эсерҙе.

16 Ҡая таштан шишмә урғылтты, Һыу йылға һымаҡ сылтырап аҡты.

17 Әммә улар гонаһ ҡылыуҙарын дауам иттеләр, Сүлдә Юғарыларҙан Юғарыға ҡаршы баш күтәрҙеләр.

18 Йәндәре теләгән ризыҡ һорап, Тиҫкәреләнеп Алланы һынанылар.

19 «Алла сүлдә табын ҡора аламы?» – тип, Аллаға ҡаршы бурылданылар.

20 Бына Ул ҡаяға һуҡты – һыу атылды, Гөрләүектәр ашып ташты. «Инде Ул халҡына икмәк бирә алырмы? Халҡына ит ашата алырмы?»

21 Раббы быны ишетеп бик асыуланды, Яҡупҡа нәфрәт уты тоҡанды, Исраилға ҡарата ярһыны.

22 Сөнки Аллаға инанманылар, Ҡотҡарырына ышанманылар.

23 Алла болоттарға бойороҡ бирҙе, Күк ҡабағын киреп асты.

24 Уларға ашар өсөн майҙә яуҙырҙы, Күктең икмәген бирҙе уларға.

25 Әҙәм балалары фәрештәләр икмәген татыны; Тамаҡтары туйғансы шуны ашаны.

26 Көнсығыш елен иҫтерҙе Ул күктәрҙә, Ҡөҙрәте менән көньяҡ елен ҡуптарҙы.

27 Саң-туҙандай ит яуҙырҙы баштарына, Ҡош ебәрҙе диңгеҙҙәге ҡом ҡәҙәрле

28 Тупламдарының уртаһына, Торлаҡтарының әйләнә-тирәһенә.

29 Алҡынғанса ашанылар ҙа туйҙылар; Теләктәрен бойомға ашырҙы Алла.

30 Әммә әле күҙҙәре туйып өлгөрмәгәйне, Әле ауыҙҙарында ине иттәре.

31 Алла ҡәһәрен ебәрҙе өҫтәренә: Иң көслөләрен үлтерҙе, Исраилдың егеттәрен йығып һалды.

32 Хатта шунда ла гонаһ ҡылыуҙарын дауам иттеләр, Алланың мөғжизәләренә ышанманылар.

33 Алла уларҙың көндәрен мәғәнәһеҙ мәшәҡәттә, Йылдарын ығы-зығыла һәләк итте.

34 Алла ҡайһыларын үлтерһә, Шунда ғына ҡалғандар Уға ынтылыр, Йәнә Уны эҙләргә тотонор булды.

35 Алла уларҙың ҡаяһы булғанын, Юғарыларҙан Юғарының уларҙы йолоусы икәнен Иҫтәренә төшөрәләр ине.

36 Ауыҙҙары менән Уға ярамһаҡландылар, Телдәре менән ялғанды һөйләнеләр.

37 Ә йөрәктәре менән Уға берекмәнеләр, Килешеүенә тоғролоҡ һаҡламанылар.

38 Ул рәхимле – ғәйептәрен ғәфү итте; Уларҙы ҡырырға теләмәне; Күп тапҡыр асыуын йотто, Бөтә ярһыуына юл ҡуйманы.

39 Иҫтә тотто: улар тик тән генә, Улар иҫеп киткән һәм кире ҡайтмаған ел һымаҡ.

40 Нисә тапҡыр сүлдә Уға ҡаршы фетнә күтәрҙеләр, Ҡыу далала Уны күпме көйҙөрҙөләр!

41 Ҡабат-ҡабат һынанылар Алланы, Исраилдың Мөҡәддәсен рәнйеттеләр.

42 Иҫкә алманылар көслө ҡулын, Үҙҙәрен дошмандан ҡотҡарған көндө,

43 Мысырҙа күрһәткән хикмәттәрҙе, Соған тигеҙлегендә ҡылған мөғжизәләрҙе.

44 Мысырҙар һыуҙарын эсә алмаһын тип, Йылғаларын ҡанға әйләндерҙе.

45 Уларҙы күгәүендәргә емтек итте, Өҫтәренә тәлмәрйендәр ебәреп, юҡ итте.

46 Игендәрен ҡарышлауыҡтарға, Уңыштарын саранчаға бирҙе.

47 Йөҙөмдәрен борсаҡтан һуҡтырҙы, Ҡырағай инжир ағастарын боҙ ҡырҙы.

48 Малдары боҙ-борсаҡтан ҡырылды, Көтөүҙәрен йәшен һуҡты.

49 Мысырҙарҙың өҫтәренә ялҡынлы ярһыуын, Асыуын, нәфрәтен, бәлә-ҡазаларын түкте, Һәләкәт фәрештәләрен ебәрҙе.

50 Асыу-ярһыуына юл ҡуйҙы, Йәндәрен үлемдән һаҡламаны, Уларҙы үләткә дусар итте.

51 Мысырҙарҙың беренсе булып тыуған ир балаларын, Хам сатырҙарындағы ирлек ҡеүәтенең тәү емештәрен ҡырҙы.

52 Үҙ халҡын иһә унан ҡуй һымаҡ алып сыҡты, Сүлдә уларҙы көтөү һымаҡ ҡурсып йөрөттө.

53 Хәүефһеҙ алып барҙы – һис ҡурҡманылар; Дошмандарын иһә диңгеҙ йотто.

54 Уларҙы мөҡәддәс тупрағына, Уң ҡулы яулап алған тауға килтерҙе.

55 Алдарынан башҡа ҡәүемдәрҙе ҡыуҙы, Биләмәгә тупраҡтарын Исраил ырыуҙарына бүлеп бирҙе. Халҡын уларҙың сатырҙарына урынлаштырҙы.

56 Әммә улар Юғарыларҙан Юғары Алланы һынауҙан туҡтаманы, Уға ҡаршы баш күтәрҙе, Уның күрһәтмәләрен тотманы.

57 Ата-бабалары һымаҡ хыянат итте, һатлыҡ булдылар, Ышанысһыҙ йәйә һымаҡ бөгөлдөләр.

58 Боттарға табынған ҡалҡыулыҡтары менән Алланы асыуландырҙылар, Һындары менән көнсөллөгөн уяттылар.

59 Барыһын күреп-ишетеп торған Алла Исраилды бөтөнләйгә ситкә типте.

60 Шилолағы торлағынан, Кешеләр араһында ҡорған сатырҙан ваз кисте.

61 Үҙенең ҡөҙрәт-шөһрәт билдәһен Дошмандың ҡулына әсирлеккә бирҙе.

62 Үҙ биләмәһе булған халҡына асыуланып, Уны ҡылыс хөкөмөнә дусар итте.

63 Егеттәрен ялҡын ялмап йотто, Ҡыҙҙары туй йырҙарынан мәхрүм ҡалды.

64 Ҡаһиндары ҡылыстан ҡырылды, Тол ҡалған ҡатындары матәм йолаһы үткәрә алманы.

65 Әммә бер мәл бөйөк Хаким йоҡонан уянған һымаҡ, Шараптан айныған батыр һымаҡ ҡалҡты.

66 Дошмандарын тар-мар итте, ҡыуҙы, Уларҙы мәңгелеккә мәсхәрәгә батырҙы.

67 Йософтоң сатырын ситкә типте, Әфраим ырыуын һайламаны;

68 Үҙенә Йәһүҙәнең тоҡомон, Яратҡан Сион тауын һайланы.

69 Изге торлағын бейек күк кеүек ҡорҙо, Ер йөҙө һымаҡ мәңгелек итеп һалды.

70 Ҡоло Дауытты һайланы, Уны һарыҡ аҙбарынан алды.

71 Ул Дауытты һауын һарыҡтары, Ҡуйҙар көткән ерҙән алды; Үҙенең халҡы Исраилға, Биләмәһе Яҡупҡа көтөүсе итеп ҡуйҙы.

72 Дауыт уларҙы саф йөрәк менән көттө, Оҫта ҡул менән әйҙәп йөрөттө.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan