Зәбүр 75 - Изге Яҙма1 Йырсылар етәксеһенә: ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Асафтың мәҙхиәһе. Йыр. 2 Йәһүҙә илендә Алла мәшһүр, Исраилда Уның исеме бөйөк. 3 Уның торлағы Сәлимдә, Йәшәгән ере Сионда. 4 Ошо ерҙә һындырҙы йәшен кеүек уҡтарҙы, Ҡалҡан-ҡылыстарҙы – ҡоралдарҙы. 5 Йә Алла, Һинән бөркөлә яҡтылыҡ, Кейеккә бай тауҙарҙан да ғиззәтлерәк Һин! 6 Ҡаһарман яугирҙәр үҙҙәре яумал булды, Улар үлем йоҡоһона талды, Һуғышсыларҙың ҡул күтәрер көсө ҡалманы. 7 Эй Яҡуп Аллаһы! Һинең дәһшәтле ауазыңдан Яу арбаларын йөрөтөүселәр, Аттары менән бергә йығылып, мәңгегә тынды. 8 Һин ысынлап та дәһшәтле! Ярһығаныңда кем Һиңә ҡаршы тора алһын? 9-10 Һин хөкөмөңдө күктәрҙән иғлан иттең! Эй Алла, Һин хөкөм ҡылам тип, Донъялағы иҙелгәндәрҙе ҡотҡарам тип ҡуҙғалдың. Шунда ер йөҙө ҡурҡыштан тынып ҡалды. 11 Хатта кешеләрҙең асыуы ла Һиңә дан килтерер – Уларҙың ҡалдыҡ ярһыуын Һин баҫырһың. 12 Раббыға, Аллағыҙға, нәҙер әйтегеҙ, Нәҙерегеҙҙе еренә еткереп үтәгеҙ! Дәһшәтле Алланың эргә-тирәһендәгеләр Уға бүләктәр алып килһендәр! 13 Ул хакимдарҙың рухын Үҙенә буйһондора, Ул ер йөҙөнөң батшаларын ҡурҡыуға һала. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia