Зәбүр 73 - Изге Яҙма1 Асафтың уйланыуҙары. 1 Асафтың уйланыуҙары. Эй Алла, ниңә Һин беҙҙән мәңгелеккә ваз кистең? Ниңә беҙгә, көтөүеңдең ҡуйҙарына, асыуың тоҡанды? 2 Борон уҡ Үҙең һайлап алған халҡыңды, Үҙеңдең милкең булһын тип йолоп ҡалған ырыуҙы, Үҙеңә төйәк иткән Сион тауын иҫеңә төшөр. 3 Мәңгелек харабаларға табан атла, Күр, дошман Изге торлағыңдағы бар нәмәне ватҡан. 4 Һин беҙҙең менән осрашҡан ерҙә Бөгөн дошмандарың ырылдаша, Еңеү билдәһе итеп үҙ әләмдәрен күтәрҙеләр. 5 Урман шырлығында балта тотоп Йөрөгән бәндәгә оҡшаш улар, 6 Уның ырып биҙәлгән әйберҙәрен Балта һәм сапҡыс менән сабалар. 7 Изге торлағыңа ут төрттөләр, Исемең төйәкләнгән урынды Ергә ҡолатып нәжесләнеләр. 8 Эстәренән: «Һәммәһен емерәйек!» – тип, Илдә Аллаға табыныу урындарын көл иттеләр. 9 Инде беҙ илаһи билдәләребеҙҙе күрмәйбеҙ, Пәйғәмбәрҙәр ҙә ҡалманы, Ҡасанғаса был хәл – һис кем белмәй. 10 Эй Алла, ҡасанға саҡлы дошман Һине хурлар? Исемеңде мәңге мыҫҡыллармы? 11 Нишләп Һин ҡулыңды кире алдың? Уң ҡулыңды сығар ҡуйыныңдан, быға сик ҡуй! 12 Һин, Алла, әүәлдән минең Батшам, Ер йөҙөнә ҡотолоу алып киләһең. 13 Һин ҡөҙрәтең менән диңгеҙҙе уртаға бүлдең, Һыуҙарҙағы ғифриттәрҙең башын иҙҙең. 14 Ливъяҫандың баштарын емерҙең, Сүл йыртҡыстарына уны емтек иттең. 15 Инешкә юл ярып, шишмәләр ағыҙҙың, Мул һыулы йылғаларҙы ҡороттоң. 16 Көн дә – Һинеке, төн дә – Һинеке, Ай менән ҡояшты Һин күккә беркеттең, 17 Ерҙең бөтә сиктәрен Һин билдәләнең, Йәйҙе лә, ҡышты ла Һин бар ҡылдың. 18 Иҫеңдә тот, Раббы, дошман Һине нисек хурлай, Ахмаҡ халыҡ исемеңде нисек мыҫҡыл итә. 19 Күгәрсенеңдең йәнен йыртҡыстарға бирмә, Фәҡирҙәреңдең хәлен мәңге онотма. 20 Беҙҙең менән төҙөгән килешеүеңә иғтибар һал, Юҡһа илдең ҡараңғы мөйөштәре Йәбер-золом менән тулған. 21 Иҙелгәндәр оятҡа ҡалып ҡуймаһын, Ярлылар менән мохтаждар исемеңә дан йырлаһын. 22 Күтәрел, эй Алла, дәғүәңде Һин хәл ит! Онотма алйоттарҙың Һине көн һайын хурлағанын! 23 Онотма дошмандарыңдың шаулашыуын; Һиңә ҡаршы баш күтәргәндәрҙең гөжләүе Бер туҡтауһыҙ нығыраҡ яңғырағанын! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia