Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 71 - Изге Яҙма


1 Сөләймәндең мәҙхиәһе.

1 Сөләймәндең мәҙхиәһе. Эй Алла, батшаға ғәҙеллегеңде бир, Ә батша улына хаҡ хөкөмдәр сығарырға өйрәт.

2 Һинең халҡыңа ул батша хаҡ хөкөм ҡылһын, Фәҡирҙәрҙең дәғүәләрен ғәҙеллек менән хәл итһен!

3 Тауҙар халыҡҡа бәрәкәт килтерһен, Ҡалҡыулыҡтар хаҡлыҡ еткерһен!

4 Батша халыҡтың ярлыларына хаҡ хөкөм ҡылһын, Фәҡирҙәрҙең балаларын ҡотҡарһын, Залимдарҙы иһә тар-мар итһен!

5 Батшаның ғүмере, ҡояш менән ай ғүмере һымаҡ, Быуындан-быуынға дауам итһен.

6 Хакимлығы яңы сабылған болонға яуған ямғыр, Тупраҡты һуғарған көслө ямғыр һымаҡ булһын!

7 Уның көндәрендә тәҡүәләр сәскә атһын, Ҡасанғаса күктә ай нур сәсә, Шуға тиклем илдә именлек, муллыҡ-бәрәкәт булһын!

8 Хакимлығы диңгеҙҙән диңгеҙгә тиклем, Евфрат йылғаһынан ерҙең сигенә саҡлы йәйелһен!

9 Алдында сүлдәге ҡәбиләләр теҙ сүкһен, Дошмандары саң-туҙан ялаһын.

10 Таршиш һәм утрауҙарҙың батшалары Уға яһаҡ түләһен, Шева менән Сева батшалары бүләктәр алып килһен!

11 Бар батшалар алдында ергә ҡапланһын, Бөтөн ҡәүемдәр уға хеҙмәт итһен!

12 Сөнки ярҙам һорап саҡырған фәҡирҙе, Таянысы булмаған ярлыны ҡотҡарыр.

13 Юҡсыл менән хәйерсене ҡыҙғаныр, Мохтаждарға ярҙам итер.

14 Уларҙы йәбер-золомдан йолоп алыр, Сөнки батшаға уларҙың йәне ғәзиз.

15 Йәшәһен батша! Уға Шеваның алтынын бирһендәр; Уның өсөн туҡтауһыҙ доға ҡылһындар, Көн оҙоно Алланан фатиха һораһындар!

16 Илдә ашлыҡ ишелеп уңһын, Тау итәктәрендә башаҡтар тулҡынланһын! Башаҡтары Ливандағылай тос булһын, Ҡалаларҙа халыҡ ҡырҙағы үлән һымаҡ ишәйһен!

17 Батшаның исеме мәңге йәшәһен, Даны ҡояштай ғүмерле булһын, Бар халыҡтар уның аша фатиха алһын, Ҡәүемдәр уны бәхет эйәһе тип атаһын!

18 Раббы Алла, Исраилдың Аллаһы мөбәрәк булһын! Бары тик Ул – ғәжәйеп эштәр ҡылыусы.

19 Данлы исеме мәңге мөбәрәк булһын, Бар донъя Уның шөһрәте менән тулһын! Амин! Амин!

20 Ишай улы Дауыттың доғалары ошонда тамам.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan