Зәбүр 70 - Изге Яҙма1 Йә Раббы, Һиндә мин ышыҡ табам; Миңә оятҡа ҡалырға бирмә мәңге! 2 Ғәҙеллегеңде күрһәт, йолоп ал, ҡотҡар! Ҡолаҡ һал миңә, ярҙам ит! 3 Миңә һыйыныр ҡая бул. Ҡаям да Һин, ҡәлғәм дә Һин, Мине ҡотҡарырға бойор! 4 Эй Аллам, мине яуыз бәндә ҡулынан, Хаҡһыҙҙың, залимдың тырнағынан ҡотҡар! 5 Һин, эй Раббы Хаким, минең өмөтөмһөң; Йәш сағымдан Һиңә өмөт бағлағанмын. 6 Тыуғанымдан бирле Һиңә таянамын, Әсәм ҡарынынан мине алып сығарғанһың. Һәр саҡ Һиңә генә маҡтауҙарым. 7 Күптәр миңә ҡарап хайран ҡалды, Һин минең ышаныслы ышығым. 8 Һине маҡтау телемдән һис төшмәҫ, Көндән-көнгә ғиззәтеңде бәйән итәм. 9 Ҡартайған көнөмдә минән ваз кисмә Һин, Көсөм бөткәс, мине ситкә типмә! 10 Дошмандарым миңә ҡаршы һүҙ йөрөтә, Йәнемде көҫәгәндәр бер-береһенә кәңәш итә. 11 «Алла уны ташлаған, ҡотҡарырға бер кеме юҡ, Баҫтырып тотайыҡ!» – тиҙәр улар. 12 Эй Алла, алыҫлашмасы минән, Эй Аллам, ярҙамға ашыҡ! 13 Оятҡа ҡалһын, юҡ булһын мине дошман күргән, Мәсхәрәгә төрөнһөн, рисуай булһын Миңә яуызлыҡ теләгән. 14 Мин иһә һәр саҡ өмөт бағлармын Һиңә, Маҡтау өҫтөнә маҡтауҙар яуҙырырмын. 15 Телем Һинең игелекте хикәйәләр, Көн оҙоно ҡотҡарыуың тураһында бәйән итер, Ә бит уларҙы һанап бөткөһөҙ. 16 Эй Хакимым Раббы, ҡөҙрәтле ғәмәлдәреңде, Һинең, бары Һинең хаҡлығыңды һөйләрмен. 17 Эй Аллам, йәш сағымдан алып өйрәтәһең, Һинең мөғжизәләреңде әлегәсә данлайым. 18 Сәстәрем салланып, ҡартайһам да, Ташлама мине, эй Аллам! Киләсәк быуынға ҡеүәтеңде, Һинең ҡөҙрәтеңде аңлатырмын. 19 Эй Алла, ғәҙеллегең күктәргә олғаша, Ҡылған ғәмәлдәрең бөйөк. Һиңә оҡшаған кем бар, эй Алла? 20 Мине бик күп ҡайғы, ғазаптарға дусар иттең, Әммә ҡабаттан йәшәү дәртемде ҡайтарырһың, Ерҙең тәрәнлектәренән сығарырһың. 21 Мине үрләтеп, тағы ла йыуатырһың. 22 Ә мин Һине лира ауаздары менән данлармын, Һинең тоғролоғоң хаҡында йырлармын, Аллам! Арфала Һиңә уйнармын, Эй Исраилдың Мөҡәддәсе! 23 Һиңә йырлаған саҡта ирендәрем тантана итә, Һин йолоп алған йәнем ҡыуана. 24 Көн оҙоно телем Һинең ғәҙеллекте данлай, Ә миңә зарар итергә йыйынғандар, Мәсхәрәгә ҡалып, хур булдылар! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia