Зәбүр 7 - Изге Яҙма1 Дауыттың хәсрәт йыры. Был йыр менән ул Раббыға Бинйәмин ырыуы кешеһе Куштың һүҙҙәре арҡаһында мөрәжәғәт иткән. 2 Раббым Аллам, Һиңә һыйынамын; Һаҡла эҙәрләүселәрҙән, ҡотҡар. 3 Юҡһа арыҫландай ташланырҙар, Йолҡҡосларҙар һәм һис кем яҡламаҫ. 4 Раббым Аллам! Ошоларҙы ҡылһам: Ғәҙелһеҙлек менән ҡул бысратһам; 5 Яҡшылығына дуҫымдың яуызлыҡ менән ҡайтарһам; Дошманымды нахаҡҡа талаһам – 6 Әйҙә, мине ҡыуып тотһон дошман. Йәнемде ергә иза тапаһын, Намыҫымды тупраҡҡа бутаһын! Села 7 Ярһып ҡалҡ, эй Раббым! Баҫ ҡаршы дошмандарымдың нәфрәтенә. Уян минең хаҡҡа, белдер хөкөмөңдө! 8 Халыҡтар әйләнә-тирәңә йыйылһын, Һин улар өҫтөнән юғарыға ашып ултыр! 9 Халыҡтарға хөкөм ҡыла Раббы. Раббы, минең дә дәғүәмде ҡара; Хаҡлығыма, паклығыма күрә ҡарар сығар. 10 Ахыр килһен яуыздарҙың хаслығына! Тәҡүәгә таяныс бул, ғәҙел Алла, Һин әҙәмдең йөрәген һәм уйҙарын һынаусы. 11 Минең ҡалҡаным – Алланан, Саф йөрәклеләрҙе ҡотҡарыусынан! 12 Хаҡ хөкөмдар – Алла, Хаҡһыҙлыҡҡа һәр саҡ асыу тота. 13 Әгәр кеше яуызлығын ташламаһа, Алла ҡылысын үткерләп ҡайрар, Йәйәһен киреп ҡуйыр. 14 Уның үлем ҡоралы әҙер, Тоҫҡалған ялҡынлы уҡтар. 15 Кем яманлыҡ менән йөккә уҙған, Шул яуызлыҡҡа ауырлы, Ул ялған тыуҙырыр. 16 Кем башҡаға соҡор ҡаҙый, Шунда үҙе барып ҡолар. 17 Яуызлығы үҙенә әйләнеп ҡайтыр, Залимлығы үҙ башыңа төшөр. 18 Мин хаҡ Раббыны данлайым, Юғарыларҙан Юғарының исемен йырлайым! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia