Зәбүр 69 - Изге Яҙма1 Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. Раббы хәтеренә төшөрһөн өсөн. 2 Эй Алла, ҡотҡар мине! Йә Раббы, ярҙамға ашыҡ! 3 Йәнемде алырға ҡырсынғандар Мәсхәрәгә төшөп хур булһын! Зыян килтерергә теләгәндәр, мыҫҡыл ителеп, Барыһы ла кире сигенһен! 4 «Әһә, әһә!» – тиеп мине үсәгәндәр Оятҡа ҡалып, артҡа боролһон! 5 Һиндә шатлыҡ-ҡыуаныс тапһындар Барса Һиңә табан йүнәлгәндәр! Эй Ҡотҡарыусы, Һине яратҡандар Һәр саҡ: «Алла бөйөк!» – тип әйтһендәр. 6 Мин иһә бисара бер фәҡирмен, Эй Алла, ярҙамға ашыҡ! Ярҙамсым һәм ҡотҡарыусым Һинһең, Һуңлап ҡуйма инде, эй Раббым! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia