Зәбүр 68 - Изге Яҙма1 Йырсылар етәксеһенә: «Лилиә сәскәләре» көйөнә. Дауыттың мәҙхиәһе. 2 Эй Илаһым, ҡотҡар мине, Һыуҙар боғаҙыма етте. 3 Төпһөҙ һаҙлыҡҡа убылам, Аяғымды терәр ер тапмайым. Тәрән һыуҙарға юлыҡтым, Ағын инде баштан ашты. 4 Ҡысҡыра-ҡысҡыра хәлдән тайҙым, Тамағым ҡарлығып кипте, Алламдың ярҙамын көтә-көтә Күҙҙәремдең нуры бөттө. 5 Һис бер юҡҡа мине күрә алмағандар Башымдағы сәс бөртөгөнән дә күбәйҙеләр. Сәбәпһеҙгә йәнемде көҫәгән дошмандар ифрат көсәйҙе. Ә мин урламаған нәмәне нисек ҡайтарып бирәйем? 6 Эй Аллам, иҫәрлегемде Һин беләһең; Ғәйептәрем дә Һинән йәшерен түгел. 7 Эй бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Һиңә өмөт бағлағандар Минең арҡала оятҡа ҡалмаһындар! Эй Исраилдың Аллаһы, Һиңә табан йөҙ тотҡандар Минең арҡала мәсхәрә булмаһындар! 8 Сөнки мин Һинең хаҡыңа хурлыҡ күрәм, Йөҙөмә сәркеү яғылды. 9 Ағай-энемә ят булдым, Әсәйемдең улдары мине сит күрә. 10 Һинең йортоң өсөн йән атып, янып-көйәм мин, Һине яманлаусыларҙың хурлау әсеһе өҫтөмә төштө. 11 Минең илап ураҙа тотоуым – Йәнә мәсхәрәләү өсөн сәбәп булды. 12 Ҡыл туҡымаға урандым – Тағы әҙәм көлкөһөнә ҡалдым. 13 Ҡала ҡапҡаһы төбөндә ултырғандар мине сәйнәй; Иҫеректәр минең хаҡта таҡмаҡ йырлай. 14 Әммә минең доғам бары Һиңә, Раббы! Эй Алла, мине хуш күргән мәлдә Сикһеҙ һөйөүеңә күрә яуап ҡайтар, Ышаныслы Ҡотҡарыусы бул Һин миңә! 15 Батҡаҡтан һөйрәкләп сығар мине, Миңә батырға ихтыяр ҡуйма; Нәфрәт тотҡан бәндәләрҙән, Тәрән һыуҙарҙан ҡотолоп ҡалайымсы. 16 Ташҡын һыуҙар йыуып алып китә алмаһын, Төпһөҙ упҡын мине йотмаһын, Өҫтөмдә ҡәбер боғаҙын япмаһын. 17 Яуап ҡайтар миңә, Раббы, Сөнки тоғро мөхәббәтең изге. Оло мәрхәмәтең менән йөҙөңдө бор миңә табан! 18 Мин ҡолоңдан йөҙөңдө йәшермә, Ауыр миңә, йәһәтерәк яуап ҡайтар! 19 Яҡыныраҡ кил, йәнемде ҡотҡар, Дошмандарымдан мине йолоп ал! 20 Мине нисек хурлауҙарын, Мыҫҡыллаған, мәсхәрә иткәндәрен беләһең; Дошмандарымдың һәммәһе күҙ алдыңда. 21 Хурлыҡ йөрәгемде яраланы, хәлдән тайҙым, Хәсрәтемде уртаҡлашыр кеше көттөм дә, булманы. Йыуатыусы эҙләнем, тик таба алманым. 22 Ризыҡ итеп миңә ағыу ашаттылар, Һыуһыныма һеркә эсерҙеләр. 23 Алдарындағы табын уларға тоҙаҡ, Дуҫтарына иһә ҡапҡан булһын! 24 Күҙҙәре томаланһын да күрмәһендәр! Гел генә ҡалтыранып торһондар. 25 Ярһыуыңды өҫтәренә яуҙыр, Асыу ялҡының уларҙы ялмап алһын! 26 Торлаҡтары бушап ҡалһын, Сатырҙарында йәшәүсе булмаһын! 27 Сөнки Һин язалағанды һаман эҙәрләйҙәр, Һин яра һалғандарҙың әрнеүенән көлөп һөйләйҙәр. 28 Ғәйептәре өҫтөнә ғәйеп өй; Һинең алдыңда аҡлана алмаһындар! 29 Әйҙә исемдәре тормош китабынан һыҙылһын, Тәҡүәләр менән йәнәшә яҙылмаһын! 30 Мин иһә ярлы һәм әрнеүлемен, Эй Аллам, ҡотҡарыуың мине һаҡлаһын! 31 Аллам исеменә маҡтау йырлармын, Уны шөкөрана ҡылып ҙурлармын. 32 Был Раббыны ҡорбанлыҡ үгеҙҙән, Тояҡлы-мөгөҙлө башмаҡтан нығыраҡ хушландырыр. 33 Фәҡирҙәр быны күреп ҡыуанһын, Эй Алланы эҙләгәндәр, йөрәгегеҙ йәнләнһен. 34 Сөнки Раббы мохтаждарҙы ишетер, Үҙ халҡын тотҡонлоҡта ташламаҫ. 35 Уға дан йырлағыҙ, ер менән күк, Диңгеҙҙәр һәм ундағы бөтә йән эйәләре! 36 Сөнки Алла Сионды ҡотҡарыр, Йәһүҙә ҡалаларын ҡабаттан торғоҙор; Халыҡ унда төйәкләнеп хужа булыр. 37 Алла ҡолдарының тоҡомо унан биләмә алыр, Унда Алланың исемен яратҡандар йәшәр. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia