Зәбүр 66 - Изге Яҙма1 Йырсылар етәксеһенә: Ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Йыр-мәҙхиә. 2 Алла беҙгә мәрхәмәтле булһын, фатиха бирһен; Беҙҙе йөҙөнөң нуры менән балҡытһын. Села 3 Шул саҡ ер йөҙөндә юлың мәғлүм булыр, Бар халыҡтар араһында ҡотҡарыуың билдәле булыр. 4 Эй Алла, халыҡтар Һиңә шөкөр итһен, Бөтә халыҡтар рәхмәт яуҙырһын! 5 Ҡәүемдәр ҡыуанып күңел асһын, Сөнки Һин халыҡтарҙы ғәҙел хөкөм итәһең, Ер йөҙөндәге ҡәүемдәргә юл күрһәтәһең. Села 6 Эй Алла, халыҡтар Һиңә шөкөр итһен, Бөтә халыҡтар рәхмәт яуҙырһын! 7 Тупраҡ уңышын бирә; Алла, Аллабыҙ беҙгә бәрәкәт бирһен. 8 Алла беҙгә фатихаһын бирһен, Әйҙә, ерҙең һәр тарафындағылар Унан ҡурҡып, Уны хөрмәт итеп торһон. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia