Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 65 - Изге Яҙма


1 Йырсылар етәксеһенә: Йыр-мәҙхиә.

1 Йырсылар етәксеһенә: Йыр-мәҙхиә. Эй ер йөҙөндәге бар кешеләр, Ҡыуанышып Алланы маҡтағыҙ!

2 Уның исемен данлап йырлағыҙ, Шөһрәтенә маҡтау яуҙырығыҙ!

3 Аллаға былай тип әйтегеҙ: «Ни ҡәҙәр дәһшәтле ғәмәлдәрең! Һин шул тиклем ҡөҙрәтлеһең, Дошмандарың алдыңда бөгөлөп төшөр.

4 Бөтә донъя Һиңә сәждә ҡылыр, Мәҙхиә уҡыр, Исемеңде маҡтап йырлар». Села

5 Эй килегеҙ, Алланың ғәмәлдәрен күрегеҙ! Ниндәй дәһшәтле хикмәттәр ҡылды Әҙәм улдарының күҙ алдында:

6 Диңгеҙҙе ҡороға әйләндерҙе, Йылғаны халыҡ йәйәүләп кисеп сыҡты. Уның ҡылғандарына ҡыуандыҡ шунда.

7 Ҡөҙрәте менән мәңге хакимлыҡ итә, Күҙе менән ҡәүемдәрҙе байҡап тора: Фетнәселдәр Уға ҡаршы ҡалҡмаһындар! Села

8 Эй халыҡтар, Аллабыҙға шөкөрана ҡылығыҙ, Маҡтау ауаздарығыҙ яңғырап торһон.

9 Ул беҙҙең ғүмеребеҙҙе һаҡлай, Аяғыбыҙға тайып китергә бирмәй.

10 Эй Илаһым, Һин беҙҙе тикшерҙең, Көмөштө таҙартҡан һымаҡ иретеп һынаның.

11 Һин беҙҙе ауға төшөрҙөң, Иңебеҙгә ғазап һалдың.

12 Һыбайлыларҙы башыбыҙ аша үткәрттең; Беҙҙе уттар, һыуҙар аша уҙғарҙың, Ахырҙа иркенгә алып сыҡтың.

13 Ҡорамыңа тотош яндырыу ҡорбандары менән инермен, Әйткән нәҙерҙәремде үтәрмен –

14 Бәлә килгәндә телемдән төшкән, Ауыҙымдан сыҡҡан нәҙерҙәрҙе.

15 Һимеҙ малдарҙы тотош яндырыу ҡорбаны итермен, Һарыҡ тәкәләрен хуш еҫ ҡорбанына төтәҫләрмен, Һыйыр малы, кәзә тәкәләре килтерермен. Села

16 Эй һеҙ, Алланан ҡурҡҡандар, килегеҙ, тыңлағыҙ, Уның миңә ниҙәр эшләгәнен һөйләп бирәм.

17 Ауыҙым менән Уны саҡырҙым, Телем менән ҙурлап туйманым.

18 Йөрәгемдә боҙоҡлоҡҡа урын бирһәм, Раббы мине ишетмәгән булыр ине.

19 Ә Алла мине тыңланы, Доғам ауазына ҡолаҡ һалды.

20 Рәхмәттәр яуһын Аллаға! Доғамды кире ҡаҡманы, Тоғро мөхәббәтенән мине мәхрүм итмәне.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan