Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 63 - Изге Яҙма

1 Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.

2 Йә Алла, ялбарыу ауазымды ишет; Дошмандар дәһшәтенән йәнемде һаҡла!

3 Йәшер мине залимдарҙың этлегенән, Яуыз бәндәләрҙең мәкеренән.

4 Улар телдәрен ҡылыстай үткерләйҙәр, Ағыулы һүҙҙәрен уҡ һымаҡ сәпкә төҙәйҙәр.

5 Ғәйепһеҙ кешегә боҫҡон ҡорған ерҙәренән Көтмәгәндә атырҙар – ҡурҡып тормаҫтар.

6 Бер-береһен яуызлыҡҡа ҡоторталар, Йәшерен тоҙаҡ ҡорорға һүҙ ҡуялар, «Уны кем күрһен?» – тип һөйләшәләр.

7 Баштарында уларҙың – яуызлыҡ ҡылыу, «Бик шәп хәйлә уйлап таптыҡ!» – тиҙәр. Ысынлап та, кеше күңелендә нимә ята – Быны һис белерлек түгел.

8 Әммә Алла уларға Үҙенең уғын атыр, Ҡапыл ғына яраланасаҡтар.

9 Үҙ телдәре үҙҙәрен йығып һаласаҡ, Быны күргәндәр ҡалтырап китер.

10 Бөтә кеше ҡурҡыуға төшәсәк, Алланың ғәмәлдәрен бәйән итәсәк, Уның эштәренең асылына төшөнәсәк.

11 Тәҡүә Раббыла ҡыуаныс табыр, Уға һыйыныр, Бөтә саф йөрәклеләр тантана итер.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan