Зәбүр 62 - Изге Яҙма1 Дауыттың мәҙхиәһе. Йәһүҙә сүлендә булғанда сығарылған. 2 Эй Илаһым, Аллам минең, ынтыламын Һиңә, Йәнем түҙгеһеҙ Һиңә сарсаған, Ярғысланған ҡоро, һыуһыҙ ерҙә Мин Һиңә сарсайым бар булмышым менән. 3 Мөҡәддәс торлаҡта төбәлдем Һиңә – Ҡөҙрәтеңде, шөһрәтеңде күрҙем. 4 Тоғро мөхәббәтең йәшәүҙән ҡәҙерлерәк, Телем һине ҙурлауҙан туҡтамаҫ. 5 Ғүмерем буйы Һиңә шөкөр ҡылырмын, Исемең менән ялбарып, күккә ҡулымды һонормон. 6 Затлы ризыҡ татығандай була йәнем, Һине ҡыуана-ҡыуана данлай телем. 7 Түшәгемдә ятҡанда ла онотмайым, Төндәр буйына Һине уйлап сығам, 8 Сөнки Һин – минең яҡлаусым, Ҡанаттарың ышығында һөйөнөс менән көйләйем. 9 Минең күңелем Һиңә яғыла, Һинең уң ҡулың мине ныҡ тота. 10 Ә минең йәнемде көҫәгәндәр Ер тәрәнлегенә төшөп юҡ булһындар! 11 Йәндәре ҡылысҡа юлыҡһын, Сүл бүреләренә ем булһындар. 12 Батша иһә Аллала ҡыуаныс табыр, Алла менән ант иткәндәр Уны данға күмер, Ялғансыларҙың өнө тығылыр. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia