Зәбүр 61 - Изге Яҙма1 Йырсылар етәксеһенә: Йедуҫундың көйөнә. Дауыттың мәҙхиәһе. 2 Йәнемдең тыныслығы бары Аллала, Миңә ҡотолоу тик Унан килер. 3 Тик Ул – минең ҡаям, ҡотҡарыусым, ҡәлғәм. Һәм мин бер ваҡытта ла сайҡалмам. 4 Кеше диуар һымаҡ ауышҡанда, Ҡойма һымаҡ ҡыйшайғанда, Уға ҡанығыуығыҙ ҡасанға тиклем булыр? 5 Уны юғарынан ҡолатырға уйлайһығыҙ, Ялғандан тәм табаһығыҙ; Телегеҙҙә фатиха булһа ла, Эсегеҙҙән ҡарғыш яуҙыраһығыҙ. Села 6 Йәнемдең тыныслығы бары Аллала, Сөнки өмөтөм тик Унда ғына. 7 Бары тик Ул ғына ҡаям, ҡотҡарыусым, Ул минең ҡәлғәм һәм мин сайҡалмам. 8 Ҡотолоуым да, даным да тик Аллала, Минең ышығым Ул, ҡеүәтле ҡаям. 9 Эй халыҡ, һәр ваҡыт Уға өмөт бағла, Уға бушат эс-бауырыңдағын, Сөнки Алла беҙҙең ышығыбыҙ. Села 10 Әҙәм балалары – тик бер һулыш, Кеше балалары – тик уйҙырма. Барыһын бергә үлсәүгә һалһаң, Улар тындан да еңелерәк тартыр. 11 Һис ҡасан юлбаҫарлыҡҡа ышанмағыҙ, Талап алған малығыҙға маҡтанмағыҙ; Байлығығыҙ артһа ла, уға арҡаланмағыҙ. 12 Алла бер тапҡыр һөйләне, Мин ике тапҡыр ишеттем: Ҡеүәт – Алланан! 13 Эй бөйөк Хаким, тоғро мөхәббәт Һинән! Һин һәр кемгә ғәмәленә күрә әжерен бирәһең! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia