Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 6 - Изге Яҙма

1 Йырсылар етәксеһенә: һигеҙ ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Дауыттың мәҙхиәһе.

2 Йә Раббым, асыуланып язалама мине. Ярһыулы мәлеңдә ғазаплама.

3 Рәхимле бул, Раббы, сөнки тәҡәтем ҡалманы. Дауалай күр, Раббы, һөйәктәрем һыҙлай.

4 Ғазап сигә йәнем, Эй Раббым, ҡасанға тиклем?

5 Борол миңә, Раббы, ҡотҡар мине! Тоғро мөхәббәтең хаҡына ярҙам итсе.

6 Үлгәс бит бер кем дә Һине иҫкә алмай. Кем шөкөр итер Һиңә үлеләр донъяһынан?

7 Ыңғырашып хәлдән тайҙым; Түшәгем һыу күҙ йәшемдән һәр төн, Күп илауҙан сыланған мендәрем.

8 Күҙҙәремдең нуры һүнде хәсрәтемдән, Зәғифләнде дошмандарым арҡаһында.

9 Китегеҙ минән, яуызлыҡ ҡылыусылар! Сөнки Раббы илағанымды ишетте.

10 Ялбарыуым Раббыға олғашты, Ул ҡабул итер доғамды.

11 Дошмандарым оятҡа ҡаласаҡ, Барыһын дәһшәт солғап аласаҡ, Улар мәсхәрәгә ҡалып сигенәсәк.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan