Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 56 - Изге Яҙма


1 Йырсылар етәксеһенә: «Һәләк итмә» көйөнә. Дауыттың шиғыры. Шаулдан ҡасып мәмерйәгә йәшенгән сағында сығарылған .

1 Йырсылар етәксеһенә: «Һәләк итмә» көйөнә. Дауыттың шиғыры. Шаулдан ҡасып мәмерйәгә йәшенгән сағында сығарылған.

2 Рәхимле бул, Алла, рәхимле бул! Минең йәнем Һиндә ышыҡ таба. Бәлә-ҡаза үтеп киткәнгәсә, Ҡанаттарың күләгәһендә мин урын алам.

3 Юғарыларҙан Юғары Алланы, Миңә игелектәр ҡылған Алланы саҡырам.

4 Күктән ярҙамын ебәреп, Ул мине ҡотҡарыр, Эҙәрләүселәрҙе рисуай итер. Села Миңә мөхәббәтен һәм тоғролоғон күндерер.

5 Кеше ашаусы арыҫландар араһында мин – Һөңгө-уҡ һымаҡ уларҙың тештәре; Үткер ҡылыс кеүек телдәре.

6 Йә Алла, асмандан да юғарыраҡ ҡалҡ, Шөһрәтең бар ер йөҙөн иңләһен!

7 Аяҡтарыма улар ау ҡорҙо, Күңелем төшөнкөлөккә батты; Йөрөр юлымда соҡор ҡаҙҙылар, Эсенә үҙҙәре ҡоланылар. Села

8 Эй Алла, күңелем тоғро Һиңә, Күңелем минең тоғро! Мин Һиңә көйләрмен, мәҙхиәләр йырлармын.

9 Эй уян һин, рухым, уян! Уян, лирам, уян арфам, Таңғы шәфәҡте мин уятайым!

10 Эй бөйөк Хаким, халыҡтар араһында Һиңә рәхмәттәр уҡырмын; Өммәттәр араһында Һиңә маҡтау йырлармын.

11 Тоғро мөхәббәтең – күктәргә тиклем, Тоғролоғоң болоттарҙан аша.

12 Йә Алла, асмандан да юғарыраҡ ҡалҡ, Шөһрәтең бар ер йөҙөн иңләһен!

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan