Зәбүр 55 - Изге Яҙма1 Йырсылар етәксеһенә: «Алыҫта ултырған өнһөҙ күгәрсен» көйөнә. Дауыттың шиғыры. Ғаҫ ҡалаһында пелештиҙәр уны тотҡас сығарылған. 2 Рәхимле бул миңә, Алла! Кешеләр эҙәрләй мине, Дошмандарым көнө буйы иҙә. 3 Көн оҙоно дошмандар эҙәрләй мине, Миңә күптәр һөжүм итә, эй Юғарыларҙан Юғары! 4 Ҡурҡҡан сағымда Һиңә өмөт бағлайым. 5 Алланың һүҙен данлайым, Уға өмөт бағлайым, Нимәнән ҡурҡырға миңә? Фани әҙәм миңә нимә ҡыла алһын? 6 Һөйләгәндәремдең мәғәнәһен һәр саҡ боҙоп күрһәтәләр, Уйҙарында – нисек миңә зыян ҡылыу. 7 Йыйылышып боҫалар ҙа баҫҡан аҙымымды күҙәтәләр, Йәнемде алырға ҡырсыналар. 8 Енәйәттәре өсөн уларҙы язаһыҙ ҡалдырма! Эй Алла, асыуың менән халыҡтарҙы ергә бырға! 9 Сит ерҙә сиккән ғазаптарымды һанағанһың, Күҙ йәштәремде турһығыңа йый! Улар Һинең китабыңа яҙылмағанмы ни? 10 Мин Һине саҡырған саҡта дошмандарым артҡа сигә, Шунан беләм – Алла минең яҡлы. 11 Алланың һүҙен данлайым; Раббының һүҙен данлайым! 12 Өмөтөмдө Аллаға бағлайым, Нимәнән ҡурҡырға миңә? Фани әҙәм миңә нимә эшләй алһын? 13 Эй Алла, әйткән нәҙерҙәремде үтәрмен, Шөкөр ҡорбандары килтерермен. 14 Сөнки йәнемде үлемдән алып ҡалдың, Аяҡтарыма абынырға бирмәнең; Инде мин Алланың хозурында, Тормош нурында йөрөрмөн. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia