Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 53 - Изге Яҙма

1 Йырсылар етәксеһенә: Ҡыллы уйын ҡоралдарында. Дауыттың уйланыуҙары

2 Зиф кешеләре килеп Шаулға: «Дауыт беҙҙең яҡтарҙа ҡасып ята», – тип әйткәндән һуң сығарылған.

3 Эй Алла, исемең хаҡына мине ҡотҡар, Ҡөҙрәтең менән мине хаҡҡа сығар!

4 Эй Алла, доғамды тыңлаһана, Ҡолаҡ һал ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәргә.

5 Юҡһа яттар миңә ҡаршы ҡалҡты, Аяуһыҙҙар мине үлтерергә теләй, Улар һанламай Алланы. Села

6 Әммә Алла миңә ярҙам итер, Бөйөк Хаким йәнемә таяныс булыр.

7 Дошмандарымдың яуызлыҡтары үҙҙәренең башына төшһөн, Тоғролоғоңдо күрһәт – Һин уларҙы юҡҡа сығар.

8 Һиңә нәфел ҡорбандары килтерермен, Изге исемеңә шөкөраналар ҡылырмын, Раббы. Сөнки Һин – игелек сығанағы.

9 Һин мине бөтә бәләләрҙән ҡотҡарҙың, Тантана менән ҡарайым дошмандарға.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan