Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 51 - Изге Яҙма

1 Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың уйланыуҙары.

2 Эдом кешеһе Доег Шаулға барып: «Дауыт Ахимәләхтең өйөндә», – тип хәбәр биргәндән һуң сығарылған.

3 Эй ҡаһарман! Нимә яуызлығың менән маҡтанаһың? Алланың тоғро мөхәббәте һәр даим минең менән.

4 Эй мәкерле, телең һинең һәләкәт ниәтләй, Ул үткер бысаҡҡа оҡшаш.

5 Яҡшылыҡтан яманлыҡты, Хаҡ һүҙҙән ялғанды нығыраҡ яратаһың. Села

6 Мәкерле тел! Йәрәхәтләй торған һүҙҙәрҙе һин хуп күрәһең.

7 Әммә Алла һине тулыһынса ҡыра һуғыр, Сатырыңдан сығарып ырғытыр, Тамырыңдан йолҡоп ташлар тереләр донъяһынан. Села

8 Тәҡүәләр быны күреп ҡурҡыуға ҡалыр, Улар, һинән көлөп, былай тиер:

9 «Бына был әҙәм Аллаға һыйынманы, Байлығының күплегенә өмөтләнде; Башҡаларға яуызлыҡ ҡылып көсәйҙе».

10 Ә мин Алланың йортонда – Йәшәреп үҫкән зәйтүн һымаҡмын. Ғүмерем буйы Алланың Тоғро мөхәббәтенә ышанам.

11 Ҡылған ғәмәлдәрең өсөн Һиңә мәңге рәхмәт яуҙырырмын, Тоғроларың алдында исемеңә өмөт бағлармын, Сөнки Һин – игелек сығанағы.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan