Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 49 - Изге Яҙма


1 Асафтың мәҙхиәһе.

1 Асафтың мәҙхиәһе. Аллаларҙың Аллаһы Раббы һүҙ башлай; Ҡояш сығышынан байышына саҡлы Тотош Ер йөҙөнә ауаз һала.

2 Күркәмлектең үрнәге булған Сиондан Алла Үҙенең нурҙарын сәсә.

3 Аллабыҙ килә. Ул өнһөҙ ҡалмаҫ, Алдында ялмап йотор ялҡын бар, Әйләнәһендә уйнай дәһшәтле дауыл.

4 Халҡын хөкөм итер өсөн Бейек күк менән ергә өндәшә:

5 «Хозурыма тоғроларымды, Ҡорбан салып, Минең менән Килешеү төҙөгәндәрҙе йыйып килтерегеҙ!»

6 Күктәр Уның ғәҙеллеген бәйән итер, Сөнки хөкөм сығарыусы – Алла Үҙе. Села

7 «Тыңла, халҡым, Мин һөйләйем! Һиңә ҡаршы шаһитлыҡ ҡылам, Исраил. Мин Алламын, һинең Аллаң!

8 Ҡорбандарың өсөн асыуым юҡ, Яндырған ҡорбандарың һәр саҡ алдымда.

9 Ҡураңдан бер баш үгеҙ, Аҙбарыңдан бер кәзә тәкәһе лә алмайым.

10 Сөнки Минеке урмандағы бар йәнлек, Меңәрләгән тауҙарҙағы бөтә хайуан.

11 Тауҙарҙағы бар ҡоштарҙы танып беләм, Ҡырҙағы йән эйәләре – Минең ҡарамаҡта.

12 Асыҡһам да Мин һинән һорамаҫ инем, Сөнки донъяға һәм ундағы бөтә нәмәгә Мин хужа.

13 Мине үгеҙ ите ашап, кәзә ҡаны эсәлер тиһеңме?

14 Һин Аллаға шөкөр ҡорбаны бир, Юғарыларҙан Юғарыға әйткән нәҙерҙәреңде үтә.

15 Хәсрәтле көнөңдә Мине саҡыр, Ҡотҡарырмын, шунда һин Мине данларһың».

16 Ә залимдарға Алла былай ти: «Минең ҡағиҙәләрҙе һөйләп йөрөргә, Килешеүемде телгә алырға хаҡың бармы?

17 Һин бит нәсихәтемде күрә алмайһың, Әйткәндәремде һанға һуҡмайһың.

18 Бур осраһа, дуҫлашаһың, Зинасыларға юлдаш булаһың.

19 Ауыҙың тулы яманлыҡ, Телеңдән туҡтауһыҙ түгелә алдаҡ.

20 Ултыраһың да туғаныңа ҡаршы һөйләйһең, Әсәйеңдең улына ҡара яғаһың.

21 Ошоларҙы эшләгәнеңдә Мин өндәшмәнем, Һәм һин Мине үҙең һымаҡ тип уйланың. Инде Мин һине фашлайым, Ғәйебеңде күҙеңә ҡарап әйтәм.

22 Эй Алланы онотҡандар! Аңлағыҙ ошоларҙың барыһын. Юҡһа һеҙҙе йолҡҡолап ташлармын, Ҡотҡарып ҡалыусы булмаҫ.

23 Кем шөкөр ҡорбаны бирә, Мине хөрмәт итеүсе шул; Кем тоғро юлда, Мин шуның ҡотҡарыусыһы булырмын».

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan