Зәбүр 48 - Изге Яҙма1 Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының мәҙхиәһе. 2 Ишетегеҙ быны бар халыҡтар! Тыңлағыҙ, донъяла йәшәүселәр: 3 Затлылар ҙа, ябайҙар ҙа, Байҙар менән ярлылар ҙа! 4 Ауыҙымдан ағылыр хикмәтле һүҙҙәр; Аңлау бирер күңелемдәге фекерҙәр. 5 Ҡолағымды хикмәткә борормон, Лира уйнап йомаҡ серен асырмын. 6 Ниңә ҡурҡырға миңә яман көндәрҙә, Мәкерлеләрҙең яуыз эштәре мине уратып алғанда? 7 Улар мал-мөлкәттәренә өмөтләнә, Бөткөһөҙ байлығына маҡтана. 8 Кеше яҡынының ғүмерен йолом түләп ҡотҡара алмаҫ, Һис кем Аллаға ғүмер өсөн етерлек түләй алмаҫ. 9-10 Кеше йәненең баһаһы ифрат ҡиммәт – Кеше мәңге ғүмер һөрә алһын, Бер ваҡытта ла ҡәбергә кермәһен өсөн Һис ҡасан түләп бөтөрлөк түгел. 11 Күрәбеҙ бит: аңһыҙ менән алйот һымаҡ, Аҡыл эйәһе лә мәрхүм була. Йыйған малы башҡаларға тороп ҡала. 12 Ерҙәренә үҙҙәренең исемдәрен ҡушһалар ҙа, Ҡәберҙәре – улар өсөн мәңгелек йорт, Быуындан-быуынға улар шунда ҡалыр. 13 Ни тиклем генә хөрмәтле булғанда ла Кеше ғүмере мәңгелек түгел, Ул да хайуандар һымаҡ үлемле. 14 Күр, ахмаҡтарса үҙенә ышанғандар яҙмышы Һәм уларҙың һүҙҙәрен хуплағандарҙың тәҡдире шул. Села 15 Улар һарыҡ һымаҡ үлеләр донъяһына ҡыуылыр; Үлем уларға көтөүсе булыр. Ҡупшы йорттарынан алыҫта – Ҡәберҙә тәндәре сереп ҡалыр. Иртәгәһен намыҫлылар уларҙың өҫтөнән тапап йөрөр. 16 Әммә Алла мине йолоп алыр, Үлеләр донъяһы хакимлығынан ҡотҡарыр. Села 17 Ҡыҙыҡма берәйһе байып китһә, Йортоноң даны артҡандан-артһа. 18 Үлгәс, бер нәмә лә алып китә алмаҫ, Шөһрәте ҡәбергә артынан эйәреп төшмәҫ. 19 Иҫән саҡта үҙен бәхетлегә һанаһа ла, Уңыш ҡаҙанған, тип маҡталһа ла, 20 Ул барыбер яҡтылыҡтан мәңге мәхрүм Ата-бабаларының янына күсер. 21 Байлығы була тороп, аҡылы булмағандар Үлемле хайуанға оҡшаш. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia