Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 46 - Изге Яҙма

1 Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының мәҙхиәһе.

2 Эй барса халыҡтар, ҡул сабығыҙ! Шат ауаздар менән Алланы данлағыҙ!

3 Сөнки дәһшәтле Юғарыларҙан Юғары Раббы – Бөтә донъяның бөйөк Батшаһы;

4 Халыҡтарҙы беҙгә буйһондорҙо, Ҡәүемдәрҙе аяҡ аҫтыбыҙға һалды.

5 Был ерҙе – яратҡан Яҡубының ғорурлығын – Ул беҙгә биләмәгә һайланы. Села

6 Алла шатлыҡ ауаздары, Раббы борғо тауышы аҫтында ҡалҡты.

7 Маҡтау йырлағыҙ Аллаға, йырлағыҙ; Батшабыҙға маҡтау йырлағыҙ!

8 Алла – бөтә донъяның батшаһы, Уға бағышлап гүзәл йырҙар йырлағыҙ!

9 Алла ултыра мөҡәддәс тәхетендә, Ул батшалыҡ итә бөтә милләттәргә.

10 Халыҡтарҙың башлыҡтары йыйылған Ибраһим Аллаһының халҡы янына; Сөнки ер йөҙөндәге хакимдар – Алланыҡы. Алла бар нәмәнән юғарыраҡ!

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan