Зәбүр 45 - Изге Яҙма1 Йырсылар етәксеһенә: «Ғаламоҫ» көйөнә. Ҡорах улдарының йыры. 2 Алла – беҙҙең һыйыныр ышығыбыҙ һәм ҡеүәтебеҙ, Бәләгә ҡалғанда ярҙамсыбыҙ. 3 Шуға күрә ҡурҡмайбыҙ ер тетрәһә лә, Тауҙар диңгеҙ ҡосағына ауғанда ла, 4 Һыуҙары шаулап ташҡанда ла, Тулҡынынан тауҙар тетрәһә лә. Села 5 Бер йылға бар: Һыуҙары ҡыуаныс алып килә Алла ҡалаһына, Юғарыларҙан Юғарының мөҡәддәс торлағына. 6 Алла – ул ҡаланың уртаһында, Шуға күрә лә ҡоламаҫ ҡала. Таң тыуыуға Алла уға ярҙам итер. 7 Ҡәүемдәр шаулашыр, батшалыҡтар тетрәнер, Алла тауышын яңғыратыр ҙа ер иреп киткәндәй булыр. 8 Күк ғәскәрҙәре Раббыһы беҙҙең менән, Яҡуп Аллаһы – беҙҙең ҡәлғәбеҙ. Села 9 Килегеҙ, күрегеҙ Раббының эштәрен, Ерҙе бушлыҡҡа әйләндергәнен. 10 Ерҙең һәр тарафында һуғыштарға сик ҡуя, Уҡ-йәйәләрҙе, һөңгөләрҙе һындырып ташлай. Яу арбаларын утҡа яға. 11 «Тынысланығыҙ! Белегеҙ, Мин – Алла! Бар ҡәүемдәр өҫтөндә торормон, Ер йөҙөндә юғары булырмын!» 12 Күк ғәскәрҙәре Раббыһы беҙҙең менән, Яҡуп Аллаһы – беҙҙең ҡәлғәбеҙ. Села |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia