Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 44 - Изге Яҙма

1 Йырсылар етәксеһенә: «Лилиә сәскәләре» көйөнә. Ҡорах улдарының уйланыуҙары. Ғишыҡ йыры.

2 Күңелемдә таша күркәм һүҙҙәр, Шиғырымды бағышлайым батшаға, Маһир кәтип ҡәләмеләй булһын телем.

3 Әҙәм балалары араһында иң гүзәл һин, Иренең – миһырбан инеше, Шулай Алла мәңгегә һине фатихалаған.

4 Таҡ ҡылысыңды билеңә, батыр яугир! Дан-шөһрәтең, дәрт-дарманыңа төрөнөп,

5 Атыңа менеп, еңеүгә табан сап. Тыйнаҡлыҡ менән хәҡиҡәт һәм ғәҙеллек хаҡына Уң ҡулың тетрәткес эштәр ҡылһын.

6 Башаҡтары осло уҡтарыңдың. Дошмандарыңдың йөрәгенә ҡаҙалыр, Халыҡтар аяғың аҫтына йығылыр.

7 Тәхетең, Алла тәхете һымаҡ, мәңгелек. Батшалыҡ таяғың – ғәҙеллек таяғы.

8 Яратаһың дөрөҫлөктө, золомға нәфрәт тотаһың. Шуға күрә Алла, һинең Аллаң, Шатлыҡ майы менән һине мәсехләне, Дуҫтарыңдан һине өҫтөн ҡуйҙы.

9 Кейемеңдән мирра, йөҙйәшәр, кассия еҫе аңҡый; Фил һөйәге менән биҙәлгән һарайыңда Ҡыллы уйын ҡоралдарының моңдары күңелеңде аса!

10 Хөрмәтле ҡунаҡтарың араһында – батша ҡыҙҙары. Уң яғыңа баҫҡан батшабикәң, Зиннәттәре уның Офир алтынынан.

11 Эй батша ҡыҙы, тыңла, ҡара, ҡолаҡ һал, Инде үҙ халҡыңды, атаң йортон онот.

12 Һинең гүзәллегеңде теләп тоҡанһа батша, Ул – хакимың, ҡаршыһында башыңды эй.

13 Тир ҡыҙы бүләктәр менән килер, Байҙар илтифатыңды ҡаҙанырға ынтылыр.

14 Батша кәләше бар гүзәллегендә – үҙ бүлмәһендә, Кейемдәре алтын менән нағышланған.

15 Сигеүле кейемдәрҙә уны батша янына оҙаталар, Тиңдәш ҡыҙҙары, әхирәттәре эйәргән.

16 Ҡыуанышып, гөрләшеп киләләр, Батшаның һарайына алып инәләр.

17 Ата-бабаң урынына улдарың булыр, эй батша; Уларҙы бөтә ер өҫтөнә хакимдар итеп ҡуйырһың.

18 Исемеңде быуындан-быуынға йәшәтермен, Халыҡтар һине мәңге һәм мәңге данлар.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan