Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 43 - Изге Яҙма

1 Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының уйланыуҙары.

2 Эй Алла, үҙ ҡолағыбыҙ менән ишеттек беҙ, Ата-бабаларыбыҙ бәйән итте Улар дәүерендә, әүәл замандарҙа Һин эшләгән бөтә ғәмәлдәрҙе.

3 Үҙ ҡулдарың менән ҡәүемдәрҙе ҡыуҙың, Унда ата-бабаларыбыҙҙы төпләндерҙең; Халыҡтарҙы ҡырҙың, Аталарыбыҙҙы сәскә аттырҙың.

4 Улар ҡылыстары менән түгел, Һинең ҡеүәтең менән был ерҙе яулап алды. Үҙ ҡулдары түгел, Һинең уң ҡулың Уларға еңеү килтерҙе. Уларға йөҙөңдөң нурын сәстең, Сөнки уларҙы яраттың.

5 Эй Аллам, Һин минең батшам, Бойороҡ бир, Яҡуп заты еңеү ҡаҙанһын!

6 Һинең менән бергә дошмандарҙы һөҙөрбөҙ, Ҡаршыларҙы исемең менән тапап ташларбыҙ.

7 Сөнки уҡ-һаҙағыма мин ышанмайым, Ҡылысым да мине ҡотҡара алмаҫ.

8 Был Һин – беҙҙе дошмандарҙан азат ҡылған, Беҙгә асыу тотҡандарҙы хур иткән.

9 Беҙ көнө буйы Аллабыҙ менән маҡтанабыҙ, Исемеңә мәңге дан йырлайбыҙ. Села

10 Тик әле Һин беҙҙе ситкә типтең, түбәнһеттең; Ғәскәрҙәребеҙ менән яуға сыҡмайһың.

11 Дошмандарыбыҙ алдында сигендерҙең, Беҙҙе күрә алмағандар таланы.

12 Беҙҙе һарыҡ һымаҡ тамаҡлаттың, Ҡәүемдәр араһына сәсеп тараттың.

13 Һин Үҙ халҡыңды юҡ ҡына хаҡҡа һаттың; Уны һатып, ниндәй табыш алдың?

14 Беҙҙе күршеләр мәсхәрәһенә ҡалдырҙың, Әйләнә-тирәбеҙҙә йәшәүселәрҙең Хурлау һәм мыҫҡыллауына дусар иттең.

15 Халыҡтар араһында беҙҙе көлкөгә ҡалдырҙың, Ҡәүемдәр баш сайҡай беҙгә ҡарап.

16 Хурлығым һәр ваҡыт күҙ алдымда, Йөҙөмдө оят ҡаплаған

17 Мыҫҡыллау һәм ғәйбәт ишетеүҙән, Үс алырға теләгән дошмандан.

18 Һине һис ҡасан онотмаһаҡ та, Килешеүеңә хыянат итмәһәк тә, Былар барыһы ла башыбыҙға төштө.

19 Шулай ҙа күңелебеҙ Һинән ҡайтманы, Аяҡтарыбыҙ юлыңдан тайпылманы.

20 Ә Һин беҙҙе иҙҙең, сүл бүреләре еренә ташланың, Дөм ҡараңғылыҡҡа олаҡтырҙың беҙҙе.

21 Аллабыҙҙың исемен онотҡан булһаҡ, Ят илаһҡа ҡулыбыҙҙы һонһаҡ,

22 Алла быны белмәҫ инеме ни? Уға мәғлүм йөрәктең бар сере.

23 Һинең хаҡыңа һәр көн үлтереләбеҙ, Салыу һарығы һымаҡ булып ҡалғанбыҙ.

24 Уян, нишләп Һин йоҡлайһың, бөйөк Хаким? Торһаңсы! Мәңгелеккә ваз кисмә беҙҙән!

25 Нишләп Һин йөҙөңдө йәшерәһең? Ғазаптарыбыҙҙы, иҙелеүебеҙҙе онотаһың?

26 Йәнебеҙ саң-туҙанға буталды, Тәнебеҙ тупраҡҡа һылашты.

27 Ҡалҡ, ярҙам итһәнә беҙгә! Тоғро мөхәббәтең хаҡына йолоп ал!

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan