Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 42 - Изге Яҙма

1 Эй Алла, хөкөм ҡыл, хаҡлы сығар Был иманһыҙ ҡәүемгә ҡаршы дәғүәмдә. Мәкерле, боҙоҡ бәндәләрҙең ҡулынан ҡотҡар,

2 Сөнки Һин минең ҡәлғәмһең, Аллам; Ниңә һуң мине ситкә тибәрҙең? Ни өсөн дошмандарымдың иҙеүенән Иңрәп ҡайғы-хәсрәткә баттым?

3 Күндер миңә нурыңды, хәҡиҡәтеңде, Улар мине әйҙәп барһын, Һинең мөҡәддәс тауыңа, торлағыңа алып килһен.

4 Унда мин Алланың ҡорбан усағына, Илаһыма – һөйөнөсөм, йыуанысыма – килермен; Арфала уйнап Һине данлармын, Эй Алла, Илаһым минең.

5 Ниңә өҙөләһең, йәнем, көйөнәһең? Һин өмөтөңдө бағла Аллаға! Мин тағы ла рәхмәттәр уҡырмын Уға, Мине күреп торған һәм ҡотҡарасаҡ Аллама!

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan