Зәбүр 40 - Изге Яҙма1 Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. 2 Ниндәй бәхетле фәҡир хаҡында ҡайғыртҡандар! Раббы уны бәлә килгәндә ҡотҡарып ҡалыр. 3 Раббы уны яҡлар, тормошон һаҡлар, Ул ерҙә бәхетле ғүмер итер, Раббы дошмандарының ҡулына бирмәҫ. 4 Ауырып түшәккә йығылғанда, Раббы уға терәк булыр, Һауыҡтырып, аяҡҡа баҫтырыр. 5 Әйттем: «Йә Раббы, шәфҡәтле бул миңә, Һиңә гонаһ ҡылдым, йәнемә шифа бир». 6 Дошмандарым яманлыҡ теләйҙәр: «Ҡасан дөмөгөр, исеме ҡасан юҡҡа сығыр?» – тиҙәр. 7 Мине күрергә килгәндәр ялған һөйләй, Эсенә боҙоҡлоҡ йыйып ултыра ла Тышҡа сығыу менән ғәйбәт һата. 8 Мине күрә алмағандар бышылдаша, Ҡаршы яманлыҡ уйлайҙар. 9 «Ул үлемесле ауырыуға дусар булды, Түшәгенән башҡа тора алмаҫ», – тиҙәр. 10 Хатта икмәгемде ашаған, ышанған дуҫым Миңә ҡаршы баш күтәрҙе. 11 Ә Һин, Раббым, ҡыҙғанып, мине аяҡҡа баҫтыр. Мин быларға әжерҙәрен ҡайтарайым. 12 Әгәр ҙә дошманым өҫтөн сығып тантана итмәһә, Мине хуш күреүеңде аңлармын. 13 Ихлас булғаным өсөн мине һаҡларһың, Мәңгегә хозурыңда тоторһоң. 14 Мәңгелектән мәңгелеккәсә мөбәрәк Исраилдың Аллаһы Раббы! Амин, амин! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia