Зәбүр 4 - Изге Яҙма1 Йырсылар етәксеһенә: ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Дауыттың мәҙхиәһе. 2 Саҡырған сағымда яуап ҡайтар, ғәҙел Аллам! Тарлығымда иркенгә сығарҙың. Әле лә бул мәрхәмәтле, доғама ҡолаҡ һал. 3 Эй әҙәм балалары, ҡасанға тиклем Шөһрәтем булыр хурлыҡҡа дусар? Ҡасанғаса юҡҡа-барға күңел биреп, Сабырһығыҙ ялғандың артынан? Села 4 Белегеҙ, Раббы тоғро ҡолон Үҙенә айырып ала. Ҡасан ғына саҡырһам да, Ул мине ишетә. 5 Ҡурҡып-тетрәнегеҙ, гонаһ ҡылмағыҙ, Төндә ятҡанығыҙҙа уйланығыҙ, тынлыҡ һаҡлағыҙ. Села 6 Тейешенсә ҡорбандар салығыҙ, Раббыға инанығыҙ. 7 «Кем беҙгә яҡшылыҡ эшләр?» – тигәндәр күп. Йә Раббы, йөҙөңдөң нурын өҫтөбөҙгә сәс! 8 Уларҙың мул иген һәм яңы шарапҡа Ҡыуаныуынан ҙурыраҡ Һөйөнөс бирҙең минең йөрәккә. 9 Йән тыныслығында ятам да йоҡлайым, Сөнки, Раббы, бары тик Һин генә Именлектә мине йәшәтәһең! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia