Зәбүр 37 - Изге Яҙма1 Дауыттың мәҙхиәһе. Раббы хәтеренә төшөрһөн өсөн әйтелгән. 2 Йә Раббы, асыуланып язалама мине, Ярһыуыңда мине ғазаплама! 3 Уҡтарың килеп ҡаҙалды, Ҡулдарыңдың ауырлығы баҫа. 4 Асыуыңдан тәнемдә сәләмәт урыным ҡалманы, Гонаһым арҡаһында һөйәктәремдең елеге кипте. 5 Сөнки ғәйептәрем баштан ашты, Күтәрмәҫлек йөк булып иңемә ятты. 6 Алйотлоғом арҡаһында Эренле, һаҫыҡ яраға баттым. 7 Бөгөлдөм, бөкрәйеп төштөм, Көн оҙоно ҡайғылы йәш түгәм. 8 Эс-бауырым уттай яна, Тәнемдә сәләмәт урыным юҡ. 9 Тәҡәтем ҡороно, бөттө хәлем, Йөрәгем әсенеүҙән иңрәйем. 10 Эй бөйөк Хакимым, бөтә теләгәнем хозурыңда, Көрһөнөүем Һинән йәшерен түгел. 11 Йөрәк тыпырсына, көсөм ҡасты, Хатта күҙҙәремдең нуры ҡайтты. 12 Дуҫ-иштәрем ауырыуымды күреп ҡасты, Яҡындарым минән йыраҡлашты. 13 Ә йәнемде көҫәгәндәр тоҙаҡ ҡора, Яманлыҡ теләүселәр һәләкәтемде юрай, Көн оҙоно миңә ҡаршы мәкер уйлай. 14 Ә мин һаңғырау шикелле ишетмәйем, Телһеҙ әҙәмдәй ауыҙ асмайым; 15 Телһеҙ-яуапһыҙ бәндәгә, Бер һаңғырауға әйләндем. 16 Инде өмөтөм Һиндә, йә Раббы, Яуап ҡайтарырһың, Хакимым Аллам! 17 Әйттем: «Хәлемде күреп шатланмаһындар, Аяҡтарым абынғанда, үҙҙәрен өҫтөн тотмаһындар». 18 Йығылыр сигемә еттем, Хәсрәтемдән гелән яна эсем. 19 Ғәйебемде таныйым мин, Гонаһым өсөн ҡайғырам. 20 Дошмандарым иҫән, көсәйәләр, Сәбәпһеҙгә нәфрәт тотоусылар күбәйәләр. 21 Улар яҡшылығыма яуызлыҡ менән яуап бирә, Игелеккә ынтылғаным өсөн дошманлаша. 22 Йә Раббым, мине ташлама! Эй Илаһым, минән йыраҡлашма! 23 Тиҙерәк ярҙамға ашыҡ, эй бөйөк Хакимым! Минең ҡотҡарыусым Һинһең! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia