Зәбүр 35 - Изге Яҙма1 Йырсылар етәксеһенә: Раббы ҡоло Дауыттың мәҙхиәһе. 2 Бары гонаһ яуыз әҙәм күңелендә, Алланан ҡурҡыу юҡ булмышында. 3 Ғәйебен таныр, уға нәфрәтләнер урында, Күҙ алдында яҡшатланыр үҙ-үҙенә. 4 Ауыҙынан яуызлыҡ һәм ялған ағыр, Аҡыллы һәм яҡшы эштән йыраҡ йөрөр. 5 Түшәктә лә тик яуызлыҡ уйлап ятыр, Ямандан күңеле ҡайтмаҫ, боҙоҡлоҡ юлына баҫыр. 6 Мөхәббәтең күктәргә йәйелә, Тоғролоғоң болоттарҙан аша. 7 Ғәҙеллегең тауҙар һымаҡ оло, Хаҡ хөкөмөң тәрән даръяларҙан. Кешене лә, хайуанды ла ҡурсалайһың. 8 Ниндәй ҡиммәт мөхәббәтең, эй Алла! Бәндәләрең ҡанатың аҫтында ышыҡ таба. 9 Йортоңдоң муллығы менән уларҙы туйындыраһың, Ләззәт шишмәңдән сарсауҙарын ҡандыраһың. 10 Сөнки йәшәү сығанағы – Һиндә, Һинең нурыңдан беҙ яҡтылыҡ алабыҙ. 11 Һине танығандарға – мөхәббәтеңде, Саф йөрәклеләргә тоғролоғоңдо күрһәт. 12 Тәкәбберҙәрҙең аяғы аҫтында ҡалмаһамсы, Ҡыуаламаһын мине залимдар ҡулы. 13 Күрҙем, яҙыҡ эш ҡылыусылар ҡоланы; Ергә ҡолатылдылар, башҡаса тора алмаҫтар. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia