Зәбүр 33 - Изге Яҙма1 Дауыттың мәҙхиәһе. Авимәләх алдында аҡылдан шашҡан булып ҡыланған һәм ҡыуылып китеп барған ваҡытында сығарылған. (Алеф) (Алеф) 2 Гел генә Раббыға маҡтау-шөкөр яуҙырамын, Уны данлау телемдән һис төшмәй. (Бейт) (Бейт) 3 Бар күңелдән Раббы менән маҡтанамын, Иҙелгәндәр мине ишетеп шатланыр. (Гимел) (Гимел) 4 Ҙурлағыҙ минең менән бергә Раббыны, Бергәләшеп Уның исемен ҙурлайыҡ. (Далеҫ) (Далеҫ) 5 Раббынан ярҙам һораным – яуап бирҙе, Һәммә ҡурҡыуҙарҙан араланы. (Һе) (Һе) 6 Уға баҡҡандарҙың йөҙҙәре нур сәсә, Оятҡа ҡалып ҡыҙарынмаҫтар. (Зайн) (Зайн) 7 Мин фәҡирең Раббыға ялбарҙым, Ул мине ишетте, Бөтә бәләләрҙән әрсәләне. (Хеҫ) (Хеҫ) 8 Раббынан ҡурҡҡандарҙы Уның фәрештәһе Һәр яҡтан ҡамап торор һәм азат итер. (Теҫ) (Теҫ) 9 Татып ҡарағыҙ, күрегеҙ – Раббы ниндәй игелекле; Ниндәй бәхетле Уға һыйынған әҙәм! (Йод) (Йод) 10 Раббынан ҡурҡығыҙ, Уның изге бәндәләре, Унан ҡурҡҡандар мохтажлыҡ күрмәҫ. (Каф) (Каф) 11 Йәш арыҫландар ҙа табышһыҙ, ас ҡалыр; Ә Раббыны эҙләгәндәр Бер ниндәй яҡшылыҡтан да ҡоро ҡалмаҫ. (Ламед) (Ламед) 12 Эй балалар, килегеҙ, мине тыңлағыҙ: Һеҙҙе Раббынан ҡурҡырға, Уны хөрмәтләргә өйрәтәйем. (Мем) (Мем) 13 Әгәр кеше тормошонан ләззәт табып, Рәхәтлектә ғүмер итәм тиһә, (Нун) (Нун) 14 Телен яманлыҡтан тыйһын, Ауыҙын мәкер өсөн асмаһын. (Самех) (Самех) 15 Яуызлыҡтан тайпылһын, яҡшылыҡ ҡылһын; Тыныслыҡ эҙләһен, шуға ынтылһын. (Ғайн) (Ғайн) 16 Раббының күҙе төбәлгән тәҡүәләргә, Ҡолағы уларҙың ялбарыуҙарына асыҡ. (Пе) (Пе) 17 Раббының йөҙө яуызлыҡ ҡылғандарға асыулы баға – Ерҙә уларҙан хатта иҫтәлек тә ҡалдырмай. (Саде) (Саде) 18 Тәҡүәләр ялбарғанда Раббы ишетер, Уларҙы бар бәләләрҙән азат итер. (Ҡоф) (Ҡоф) 19 Раббы күңеле китек булғандарға яҡын, Ул рухы һынғандарҙы ҡотҡарыр. (Реш) (Реш) 20 Тәҡүәләрҙең ҡайғылары күп булһа ла, Раббы барыһынан да ҡотҡарыр. (Син менән Шин) (Син менән Шин) 21 Уларҙың бөтә һөйәген һаҡлар, Һис береһе һындырылмаҫ. (Тау) (Тау) 22 Яуызға үҙ яманлығы үлем килтерер, Тәҡүәгә нәфрәт тотҡан бәндә язаға дусар булыр. 23 Раббы ҡолдарының йәнен йолоп алыр, Уға һыйынған һәр берәү язанан ҡотолор. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia