Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 31 - Изге Яҙма


1 Дауыттың уйланыуҙары.

1 Дауыттың уйланыуҙары. Бәхетлелер кеше, әгәр енәйәте ярлыҡанһа, Ҡылған гонаһы юйылһа!

2 Раббы кемдең ғәйебен иҫәпкә алмаған, шул бәхетле, Булмышында хәйлә булмаған кеше бәхетле!

3 Ғәйебемде эсемә йомған сағымда, Көндәр буйы иңрәүемдән Ҡоро һөйәк кенә булып ҡалдым.

4 Көнөн-төнөн ҡулыңдың ауырлығын тойҙом иңемдә; Йәйге ҡоролоҡ мәлендәгеләй көйҙөм, бөттө хәлем. Села

5 Шунан Һиңә гонаһымды астым, Ғәйебемде йәшермәнем. «Яҙыҡ эштәрем хаҡында Раббыға һөйләйем», – тинем. Һәм һин гонаһымды ғәфү иттең. Села

6 Бына шуға күрә һәр бер тоғро ҡолоң Бәлә килгән мәлдә Һиңә доға ҡылһын. Шул ваҡытта һыуҙар ташҡыны Уға барып етә алмаясаҡ.

7 Һыйыныр ышығым Һинһең. Мине ҡазаларҙан ҡурсалайһың, Еңеү ҡыуанысына солғайһың. Села

8 Раббы әйтә: «Һиңә аҡыл өйрәтермен, Барыр юлыңды Мин күрһәтермен, Өгөт-нәсихәтемде бирермен, Күҙем һәр саҡ һиндә булыр».

9 Ат йәки ҡасыр һымаҡ ахмаҡ булмағыҙ. Уларҙы тыңлатыу өсөн һәр саҡ Йүгән менән теҙген мотлаҡ.

10 Яуыздарҙың башына күп ғазап килер. Ә Раббыға өмөт бағлағанды иһә Уның тоғро мөхәббәте солғап алыр.

11 Тәҡүәләр өсөн Раббы ҡыуаныс-шатлыҡ булһын, Бөтә саф күңеллеләр һөйөнөп тантана итһен!

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan