Зәбүр 30 - Изге Яҙма1 Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. 2 Йә Раббы, Һиндә мин ышыҡ табам, Миңә оятҡа ҡалырға бирмә мәңге, Ғәҙеллегеңде күрһәт, йолоп ал! 3 Ҡолаҡ һал минең тарафҡа, йәһәтерәк ҡотҡар! Миңә һыйыныр ҡая бул, Ныҡлы ҡәлғә бул, йәшенеп ҡотолайым! 4 Ҡаям да Һин, ҡәлғәм дә Һин! Етәклә, исемең хаҡына юл күрһәт миңә. 5 Мин тик Һиндә генә ышыҡ табам, Сығарһана йәшерен ҡоролған тоҙаҡтарҙан. 6 Рухымды Һинең ҡулыңа тапшырам, Ҡотҡараһың мине, Раббы, тоғро Аллам! 7 Мәғәнәһеҙ боттарға табынғандарға нәфрәт тотам, Мин Раббыға инанамын. 8 Мин Һинең тоғро мөхәббәтеңә Шатланып күңел асырмын; Сөнки хәсрәтемде күрҙең, Йән ғазабымды беләһең. 9 Мине дошман ҡулына төшөрмәнең, Иркен ергә сығарып баҫтырҙың. 10 Әрнейем, йә Раббы, рәхимле бул, Ҡайғыларҙан күҙем тондо, Йәнем дә, тәнем дә ҡороп кипте. 11 Ғүмерем ҡайғы-хәсрәттә, Йылдарым аһ-зар эсендә үтә. Гонаһтарҙан көсөм ҡаҡшап, Быуын-һөйәктәрем иреп төштө. 12 Дошмандарым арҡаһында мин хур булдым, Хатта яҡындарым араһында. Мине күреп таныштарҙың ҡото оса, Урамда осрағандар боролоп ҡаса. 13 Үлеп, хәтерҙән юйылған бәндә һымаҡ онотолдом, Ватыҡ бер көршәккә оҡшап ҡалдым. 14 Бик күптәрҙең бышылдашҡанын ишетәм: Һәр яҡтан мине ҡурҡыныс урап алған, Миңә ҡаршы һүҙ ҡуйышалар, Йәнемде алыр өсөн мәкер ҡоралар. 15 Әммә өмөт-ышанысым Һиндә, Раббым; «Һин минең Алламһың!» – тип әйтәмен. 16 Минең тормошом Һинең ҡулыңда, Баҫтырған дошмандарҙан арала. 17 Йөҙөңдө ҡолоң тарафына бор; Тоғро мөхәббәтең менән ҡотҡар! 18 Оятҡа ҡалдырмаһаңсы, Раббы, Сөнки Һиңә һығынамын. Әйҙә яуыздар хурлыҡҡа ҡалһын, Үлеләр донъяһында өндәре тығылһын. 19 Ябылһын ул алдаҡсы ауыҙҙар; Тәҡүә бәндәгә ҡаршы Тәкәббер генә маһайып баҡҡан, Түбәнһетеп һөйләгәндәр телһеҙ ҡалһын. 20 Игелегең ни тиклем мул, Раббы! Уны Үҙеңдән ҡурҡҡандарға һаҡлайһың, Барыһының күҙ алдында Яҡшылыҡ ҡылаһың үҙеңә һыйынғандарға. 21 Уларҙы кешеләр мәкеренән Хозурыңда йәшереп тотаһың; Яман телдәрҙән ҡурсалап, Ышығыңа һыйындыраһың. 22 Раббы мөбәрәк булһын! Сөнки ҡамауҙа ҡалған ҡалала Ғәжәйеп тоғро мөхәббәтен күрһәтте. 23 Мин хафаға ҡалып әйттем: «Күҙ алдыңдан ситкә тибәрелдем!» Әммә Һине ярҙамға саҡырғас, Ялбарыуымды ишеттең. 24 Яратығыҙ Раббыны, барса Уға тоғролар! Раббы Үҙенә тоғроларҙы ҡурсалар, Ә тәкәбберҙәргә әжерҙәрен ҡайтарыр. 25 Эй һеҙ, кем Раббыға ышаныс бағлаған, Булығыҙ ҡеүәтле һәм ҡаһарман! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia