Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 29 - Изге Яҙма

1 Дауыттың мәҙхиәһе. Ҡорамды изгеләндереү тантанаһында башҡарылған йыр.

2 Эй Раббы, Һине ҙурлайым! Мине ҡәбер ауыҙынан тартып алдың, Дошмандарыма минән көлөргә юл ҡуйманың.

3 Эй Раббы Аллам, Һиңә ялбарҙым, Һин миңә шифа бирҙең.

4 Раббым, йәнемде гүрҙән сығарҙың, Йәшәү бирҙең, ҡәбергә төшөрмәнең.

5 Эй Раббының тоғро бәндәләре, Уға мәҙхиә йырлағыҙ. Мөҡәддәс исеменә рәхмәт уҡығыҙ.

6 Уның асыуы – бер мәлгә генә, Миһырбаны ғүмер буйы ҡалыр. Кисен күҙ йәшебеҙ аҡһа, Таң менән бергәләп шатлыҡ тыуыр.

7 Именлектә саҡта әйткән инем: «Инде һис ҡасан да сайҡалмаҫмын!»

8 Раббы, мине хуш күргән сағыңда Тау һымаҡ ҡаҡшамаҫ, ғорур иттең. Әммә йөҙөңдө йәшергәс, Мин йәнә хафаға ҡалдым.

9 Йә Раббым, Һине саҡырҙым, Бөйөк Хакимыма мәрхәмәт һорап ялбарҙым:

10 «Ни файҙа булыр Һиңә, түгелеп ҡаным, Үлем соҡорона әгәр төшһәм? Ҡәбер тупрағы Һине данлаймы? Һинең тоғролоғоң хаҡында һөйләйме?

11 Ишет, Раббы, мәрхәмәт ҡыл миңә; Йә Раббы, ярҙамсы бул!» – тинем.

12 Һыҡтауымды Һин бейеүгә әйләндерҙең, Хәсрәт кейемемде систерҙең дә Ҡыуаныс менән сорнаның.

13 Күңелем Һиңә һис тынмай дан йырлар. Эй Раббым Аллам, Һиңә мәңге шөкөрана ҡылырмын.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan