Зәбүр 28 - Изге Яҙма1 Дауыттың мәҙхиәһе. 1 Дауыттың мәҙхиәһе. Эй илаһи заттар, Раббыға лайыҡ булғанды бирегеҙ – Раббының ҡөҙрәте менән шөһрәтен танығыҙ! 2 Раббы исеменең данын танығыҙ! Мөҡәддәс балҡышы хозурында Раббыға сәждә ҡылығыҙ! 3 Раббы ауазы һыуҙар өҫтөндә яңғырай, Күкрәй шөһрәтле Алла. Раббы даръя һыуҙары өҫтөндә гиҙә. 4 Раббы ауазы ҡеүәтле, Мәғрур Раббының ауазы. 5 Ул ауаз кедр ағастарын һындыра; Раббы Ливандың кедрҙарын ауҙара. 6 Ливан тауҙарын башмаҡтай, Сирйон тауын ҡырағай йәш үгеҙҙәй һикертә. 7 Раббының ауазы ут-ялҡын сығара; 8 Сүллекте тетрәтә Раббының ауазы, Ҡадеш сүлен дер һелкетә Раббы. 9 Раббы ауазы имәндәрҙе тетрәтә, Урмандарҙы япраҡһыҙ ҡалдыра. Ҡорамындағы һәммәһе ҡысҡыра: «Дан!» 10 Раббы даръя һыуҙары өҫтөндәге тәхетендә ултыра, Ул – мәңгелек Батша, тәхетендә ҡалыр. 11 Раббы Үҙ халҡына ҡеүәт бирер, Ул халҡын именлек биреп фатихалар! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia