Зәбүр 27 - Изге Яҙма1 Дауыттың мәҙхиәһе. 1 Дауыттың мәҙхиәһе. Һиңә, Раббы, ялбарып өндәшәм, Ҡаям минең, өнһөҙ ҡала күрмә. Әгәр яуап ҡайтармаһаң, Ҡәбергә төшкәндәргә оҡшап ҡалырмын. 2 Һине ярҙамға саҡырып, Мөҡәддәс ҡорамыңа табан ҡул һонғанымда, Ялбарыусы тауышымды ишет. 3 Яҡынына яҡшы һүҙҙәр һөйләй-һөйләй Күңеленән мәкер уйлаған залимдар, Ямандар менән бергә мине лә алып китмә. 4 Уларға ғәмәлдәренә, Яуыз эштәренә күрә ҡайтар, Ҡулдары менән ҡылғандың әжерен бир, Үҙҙәре нимәгә лайыҡ, шуны ҡыл! 5 Раббының ғәмәлдәренә әһәмиәт бирмәгәнгә, Ҡулдарының эшен һанға һуҡмағанға күрә, Раббы уларҙы вата һуғыр, бүтән ҡоршамаҫ. 6 Раббы мөбәрәк булһын! Ул ялбарыуымды ишетте. 7 Раббы – минең көсөм һәм ҡалҡаным. Ихлас күңелдән Уға ышандым, Ә Ул ярҙамынан ташламаны. Бар булмышым менән ҡыуанам, Йырым менән Уға шөкөрана ҡылам. 8 Раббы – халҡының ҡөҙрәте, Үҙе мәсехләгән батшаның һыйынысы, ҡотҡарыусыһы! 9 Ҡотҡар халҡыңды, Биләмәң булған халҡыңа фатиха бир. Уларға көтөүсе бул, Һәр саҡ ҡул осоңда йөрөт! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia