Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 26 - Изге Яҙма


1 Дауыттың мәҙхиәһе.

1 Дауыттың мәҙхиәһе. Раббы – минең яҡтылығым, ҡотҡарыусым, Кемдән ҡурҡайым мин? Раббы – тормошом ҡәлғәһе, Кемдән өркәйем мин?

2 Йотмаҡ булып ташланған яуыздар – Күрә алмаусылар, дошмандарым – абынып ергә ауасаҡ.

3 Тотош туплам булып ҡалҡһалар ҙа, Йөрәгемде ҡурҡыу алмаясаҡ. Хатта ҡаршы һуғыш асһалар ҙа, Ышанысым һис юғалмаясаҡ.

4 Раббынан мин бер генә нәмә һораным, Тик бер генә нәмә теләгәнем: Ғүмерем буйы өйөндә төйәкләнәйем, Раббының күркәмлегенә хайран булып, Һәр ваҡыт ҡорамында яуап көтәйем.

5 Афәт көнөмдә мине сатырына йәшерер, Уның иң аулаҡ ерендә һаҡлар, Бейек ҡая башына баҫтырыр мине.

6 Шул саҡ уратып алған дошмандарыма ҡаршы Башымды юғары ҡалҡытырмын, Шатлыҡ ауаздары менән Сатырында ҡорбандар салырмын, Раббыны маҡтап көйләрмен, Мәҙхиәләр йырлармын.

7 Тауышымды ишет, Раббы, ялбарамын. Шәфҡәтле бул, яуап ҡайтар миңә!

8 Күңелемдә яңғыраны Һинең ауаз: «Йөҙөмдө эҙләгеҙ!» – тинең. Һинең йөҙөңдө эҙләйем, Раббы,

9 Минән йөҙөңдө йәшермә, зинһар, Асыуланып ҡыума мин ҡолоңдо! Һин һәр ваҡыт миңә ярҙам иттең, Ташлама, ситкә тибәрмә, Эй Илаһым, Ҡотҡарыусым!

10 Атам менән әсәм ташлаһа ла, Раббы мине һыйындырыр.

11 Эй Раббы, юлыңды өйрәт миңә! Ҡарап торған дошмандар алдында Мине дөрөҫ һуҡмаҡтан алып бар.

12 Мине улар ҡулына ҡалдырма, Сөнки ҡаршыма ялғансы шаһиттар ҡалҡты, Ауыҙҙарынан дәһшәт эркелә.

13 Әммә мин Раббының яҡшылығын Тереләр донъһында күрермен. Быға минең бер ниндәй шөбһәм юҡ.

14 Өмөтөңдө бағла Раббыға! Көслө, ҡыйыу йөрәкле бул! Өмөтөңдө бағла Раббыға!

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan