Зәбүр 25 - Изге Яҙма1 Дауыттың мәҙхиәһе. 1 Дауыттың мәҙхиәһе. Хаҡлығымды раҫла минең, Раббы, Сөнки намыҫлы йәшәнем; Һис икеләнеүһеҙ Раббыға ышандым. 2 Тикшер мине, Раббы, һынап ҡара! Иретеп паклаған һымаҡ эс-бауырымды таҙала! 3 Һинең тоғро мөхәббәтең күҙ алдымда, Мин Һиңә һәр саҡ тоғромон. 4 Алдаҡсы бәндәләр менән ултырманым, Ике йөҙлөләр менән юлдаш булманым. 5 Ямандарҙың йыйынына нәфрәт тотам, Залимдар араһына инмәнем. 6 Ғәйепһеҙлегемде раҫлап, Ҡулымды йыуырмын, Раббы. Ҡорбан усағыңды уратып йөрөрмөн, 7 Яңғыратып шөкөрана ҡылыр, Мөғжизәле эштәреңде һөйләр өсөн. 8 Мин яратам, Раббы, торлағыңды, Шөһрәтең төйәкләнгән урынды. 9 Мине гонаһлы бәндәләргә, Ҡан түгеүселәргә ҡуша һепереп түкмә. 10 Уларҙың ҡулдары яуызлыҡ ҡыла, Уң ҡулдары тулы ришүәт уларҙың. 11 Ә мин намыҫлы йәшәйем, Йолоп ал, шәфҡәтле булсы миңә! 12 Аяҡтарым тигеҙ юлға баҫты. Йыйында Раббыға маҡтау йырлайым. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia