Зәбүр 24 - Изге Яҙма1 Дауыттың мәҙхиәһе. 1 Дауыттың мәҙхиәһе. Йәнемде Һиңә тапшырам, Раббы! (Алеф) (Бейт) (Бейт) 2 Эй Аллам, мин Һиңә өмөт тотам, Еңелеп, мәсхәрәгә ҡалыуҙан һаҡла. Дошмандарым, минән көлөп, тантана итә алмаһын! (Гимел) (Гимел) 3 Һиңә өмөт бағлағандар оятҡа ҡала күрмәһен. Мәкерле хыянат итеүселәр үҙҙәре хурлыҡҡа төшһөн. (Далеҫ) (Далеҫ) 4 Раббы, юлдарыңды күрһәт миңә, Һуҡмағыңдан нисек йөрөргә төшөндөр. (Һе) (Һе) 5 Хаҡлыҡ юлынан алып бар мине, өйрәт; Мине ҡотҡарыусы Аллам бит Һин. Ышанысым һәр саҡ Һиндә генә. (Зайн) (Зайн) 6 Раббы, мәңгелектән килгән Мәрхәмәтең менән мөхәббәтеңде иҫкә төшөр. (Хеҫ) (Хеҫ) 7 Йәшлектә ҡылған гонаһтарымды иҫкә алма, Яман ҡылыҡтарым өсөн язалама. Тоғро мөхәббәтеңә күрә хәтерлә мине, Игелегеңә күрә иҫтә тот, Раббым! (Теҫ) (Теҫ) 8 Раббы игелекле, ғәҙел, Ул гонаһлыларға юл күрһәтер. (Йод) (Йод) 9 Баҫалҡыларҙы хаҡлыҡ юлынан етәкләй, Үҙ юлдарын өйрәтә уларға. (Каф) (Каф) 10 Раббы менән килешеүҙе, Уның күрһәтмәләрен тотҡандар Раббы юлында мөхәббәт һәм тоғролоҡҡа осрар. (Ламед) (Ламед) 11 Исемең хаҡына, Раббы, ярлыҡай күр, Сөнки минең ғәйебем ҙур. (Мем) (Мем) 12 Кем ул Раббынан ҡурҡҡан зат? Шуға Раббы дөрөҫ юл һайларға өйрәтер. (Нун) (Нун) 13 Ул рәхәттә ғүмер итер; Иле тоҡомона мираҫҡа ҡалыр. (Самех) (Самех) 14 Раббы Үҙенән ҡурҡҡандарға серен асыр, Уларға Үҙ килешеүен аңлатыр. (Ғайн) (Ғайн) 15 Күҙҙәрем һәр саҡ Раббыла минең, Сөнки аяҡтарымды тоҙаҡтан Ул сығара. (Пе) (Пе) 16 Йөҙөңдө бор миңә, шәфҡәтле бул; Сөнки яңғыҙмын, мохтажлыҡтамын. (Саде) (Саде) 17 Күңелемдә хәсрәттәрем артты, Ҡотҡарһаңсы мине бәләләрҙән! 18 Күреп минең ғазап, ҡайғыларҙы, Бар гонаһтарымдан ярлыҡасы! (Реш) (Реш) 19 Ҡара дошмандарыма, ныҡ күбәйҙеләр, Миңә аяуһыҙ нәфрәт менән бағалар! (Син менән Шин) (Син менән Шин) 20 Һаҡла йәнемде, йолоп ал мине! Һиңә һыйынам, хурлыҡҡа ҡалдырмаҫһың! (Тау) (Тау) 21 Паклыҡ менән тоғролоҡ ҡурсалаһын мине, Мин өмөтөмдө Һиңә бағлайым. 22 Эй Алла, Исраилды бөтә бәләләренән ҡотҡар! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia