Зәбүр 23 - Изге Яҙма1 Дауыттың мәҙхиәһе. 1 Дауыттың мәҙхиәһе. Раббыныҡы ер йөҙө һәм ундағы бөтә нәмә, Раббыныҡы йыһан һәм ундағы бар тереклек. 2 Ул ерҙең нигеҙен диңгеҙҙәр өҫтөндә ҡорған, Ағым һыуҙар өҫтөндә урынлаштырған. 3 Кем сыға алыр Раббы тауына? Мөҡәддәс урынында кем тора алыр? 4 Ҡулдары пак, йөрәге саф булған, Буш-юҡҡа күңел һалмаған, Ялған ант бирмәгән әҙәм. 5 Ул Раббының бәрәкәтен алыр, Ҡотҡарыусыһы Аллала аҡлау табыр. 6 Раббыны эҙләгәндәрҙең, Яҡуп Аллаһының хозурына килгәндәрҙең Заты бына шундай. Села 7 Ҡалҡытығыҙ башығыҙҙы, эй ҡапҡалар! Боронғо ишектәр, асылығыҙ! Шөһрәтле Батша эскә үтһен! 8 Кем ул был шөһрәтле Батша? Ул – көслө, ҡөҙрәтле Раббы, Алышта ҡеүәтле Раббы. 9 Ҡалҡытығыҙ башығыҙҙы, эй ҡапҡалар! Боронғо ишектәр, асылығыҙ! Шөһрәтле Батша эскә үтһен! 10 Кем ул был шөһрәтле Батша? Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Ул – Был шөһрәтле Батша! Села |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia