Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 22 - Изге Яҙма


1 Дауыттың мәҙхиәһе.

1 Дауыттың мәҙхиәһе. Раббы – көтөүсем минең, Мин һис тә мохтажлыҡ күрмәм.

2 Мине хәтфә болондарҙа ял иттерер, Тымыҡ һыуҙарға Ул алып барыр.

3 Ул ҡабаттан мине хәлләндерер, Исеме хаҡына дөрөҫ-хаҡ юлдан етәкләр.

4 Үлем шәүләһе баҫҡан үҙәндән Үткән саҡта ла хәүефтән ҡурҡмам, Сөнки Һин бит минең менән. Ҡулыңда көтөүсе таяғың менән суҡмарың, Шуға күрә йәнем тыныс минең.

5 Дошмандарымдың алдында Һин миңә табын ҡорорһоң; Башыма зәйтүн майы һөртөрһөң, Туҫтағымды мөлдөрәмә тултырырһың.

6 Шулай, игелегең менән мөхәббәтең Ғүмерем буйы оҙатып йөрөр. Көндәремдең ахырына тиклем Раббы йортонда төйәкләнермен.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan