Зәбүр 19 - Изге Яҙма1 Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. 2 Бәлә килгәндә яуап ҡайтарһын һиңә Раббы, Яҡуп Аллаһының исеме һине һаҡлаһын! 3 Мөҡәддәс торлағынан ярҙам ебәрһен, Сиондан Ул һиңә таяныс юллаһын. 4 Бөтә саҙаҡаларыңды иҫкә алһын, Тотош яндырыу ҡорбандарыңды ҡабул ҡылһын! Села 5 Йәнең теләгәнде бирһен, Һәр бер ниәтеңде ғәмәл итһен! 6 Ә беҙ һинең еңеүеңә шатланып гөрләшербеҙ, Аллабыҙ исеме менән байраҡ күтәрербеҙ. Раббы бөтә үтенестәреңде ғәмәл ҡылһын. 7 Инде беләм, Раббы Үҙе мәсехләгән батшаны ҡотҡарыр, Уға мөҡәддәс күгенән яуап бирер, Ҡөҙрәтле уң ҡулы менән еңеү бүләк итер. 8 Ҡайһылар яу арбалары, Икенселәр аттары менән маҡтаныр. Беҙ иһә Аллабыҙ Раббының исеме менән маҡтанырбыҙ. 9 Тегеләр сүгер һәм йығылырҙар, Беҙ ҡалҡырбыҙ, туп-тура торорбоҙ. 10 Йә Раббы, Һин батшаға еңеү бир! Һине саҡырғанда, беҙгә яуап ҡайтар! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia