Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 17 - Изге Яҙма

1 Йырсылар етәксеһенә: Раббы ҡоло Дауыттың мәҙхиәһе. Раббы Дауытты бөтә дошмандарынан һәм Шаулдың ҡулынан ҡотҡарған көндө, Дауыттың Раббыға бағышлаған йыры.

2 Ул былай тине: Һөйөүем Һиңә, йә Раббым, минең ҡеүәтем!

3 Раббы – ҡаям минең, ҡәлғәм, йолоп алыусым; Аллам – ҡаям һәм мин Унда ышыҡ табам; Ул – ҡалҡаным, ҡотҡарыусы ҡөҙрәтем, һыйынысым!

4 Маҡтауға лайыҡ Раббымды саҡырырмын, Дошмандарымдан мин ҡотолормон.

5 Сорнап алды мине үлем ғазаптары, Һәләкәт ташҡыны баштан ашты,

6 Үлеләр донъяһының сынйырҙары сырманы мине, Алда ҡоролған әжәлдең тоҙаҡтары.

7 Раббыға хәсрәт уртаһынан ялбарҙым, Алламдан ярҙам һораным. Ҡорамынан ауазыма ҡолаҡ һалды, Зарым Уға барып етте.

8 Раббының асыуы ялҡынланды: Шул саҡ ер йөҙө сайҡалды ла тетрәне, Тауҙарҙың нигеҙҙәре һелкенде.

9 Танау тишектәренән төтөн урғылды, Ауыҙынан ялмаусы ялҡын бөркөлдө, Әйләнәһендә осҡон сәсрәне.

10 Аушайтты ла күк ҡабағын, Раббы килеп төштө, Аяҡ аҫты тома ҡараңғылыҡ ине.

11 Ул бер кирубҡа менеп осто, Ел ҡанаттарында алға елде.

12 Ҡараңғылыҡты Үҙенә япма итте, Ямғырлы ҡара болоттарҙан Үҙенә сатыр ҡорҙо.

13 Уның хозурындағы балҡыштан, Болоттарҙы үтә тишеп, Боҙборсаҡ һәм утлы ҡуҙҙар яуҙы.

14 Күктәрҙә күкрәне Раббы, Юғарыларҙан Юғары ауаз һалды, Боҙборсаҡ һәм утлы ҡуҙ яуҙырҙы.

15 Уҡ атып, дошмандарын туҙҙырҙы, Йәшен йәшнәтеп, уларҙы тар-мар итте.

16 Йә Раббы, дәһшәтле ауазыңдан, Танауың бөркөгән һулышыңдан Диңгеҙ тәрәнлектәре күренде, Донъяның нигеҙҙәре асылды.

17 Раббы юғарынан ҡул һондо ла мине тотто; Тәрән һыуҙарҙан күтәреп алды.

18 Ҡеүәтле дошмандан азат итте, Минән күпкә көслө булһалар ҙа, Күрә алмаусыларҙан ҡотҡарҙы.

19 Бәлә көнөмдә улар ҡаршыма төшкәйне, Әммә Раббы миңә терәк булды.

20 Ул мине иркенлеккә сығарҙы, Күңеленә хуш килгәнемә күрә ҡотҡарҙы.

21 Тәҡүәлегемә күрә әжерен бирә Раббы, Ғәмәлдәремдең сафлығына күрә бүләкләй.

22 Сөнки мин Раббының юлын тотам, Алламдан йөҙ бороп, яманлыҡ ҡылмам.

23 Уның ҡарарҙарын күҙҙә тотам, Ҡанун-ҡағиҙәләрен ситкә типмәнем.

24 Ҡаршыһында керһеҙ баҫып торам, Гонаһ ҡылыуҙан һаҡландым.

25 Раббы минең тәҡүәлегемдең әжерен бирҙе, Хозурында ғәмәлдәремдең сафлығына күрә бүләкләне.

26 Тоғроларға Һин тоғролоҡ күрһәтәһең, Камилдар менән камилһың.

27 Ғәмәлдәрең пак Һинең пактарға, Мәкерлеләр менән хәйләкәрһең.

28 Иҙелгән бәндәләреңде ҡотҡараһың, Тәкәбберҙең башын түбән эйҙерәһең.

29 Сырағымды тоҡандырыусы Һин, Раббым! Аллам минең ҡараңғылығымды яҡтырта.

30 Һинең менән мин ғәскәргә ҡаршы барам, Аллам менән диуарҙарҙы ашам.

31 Алланың юлы камил. Раббының һүҙе иретеп таҙартылғандай саф. Ул – Үҙенә һыйынғандар өсөн ҡалҡан.

32 Раббынан башҡа тағы ла алла бармы? Аллабыҙҙан башҡа бармы һыйыныр ҡаябыҙ?

33 Алла ҡеүәт менән билем быуа, Ул барыр юлымды камил ҡыла.

34 Аяҡтарымды боландыҡылай етеҙ итә, Түбәләрҙә мине тотороҡло итә.

35 Ҡулымды һуғыш һөнәренә өйрәтә – Беләгем баҡыр йәйәне бөгә ала.

36 Ҡотҡарыусы ҡалҡан бирҙең миңә, Уң ҡулың таяныс булды, Мәрхәмәтең мине мәртәбәле итә.

37 Һин аҙымдарымды киңәйтәһең, Шуға күрә хәлһеҙләнмәҫ аяҡтарым.

38 Дошмандарымды эҙәрләп ҡыуып еттем, Тар-мар итмәйенсә боролманым.

39 Уларҙы туҡманым, бүтән ҡалҡа алманылар, Табан аҫтында аунап ҡалдылар.

40 Алыш өсөн ҡеүәт менән билем быуҙың, Ҡаршы баш ҡалҡытҡандарҙы аяҡ аҫтыма бырғаның.

41 Дошмандарҙы арҡалары менән борҙоң, Миңә үс тотоусыларҙы тар-мар иттем.

42 Инәлделәр, әммә ҡотҡарыусы табылманы; Раббыны саҡырҙылар, Ул яуап ҡайтарманы.

43 Елдәге туҙан һымаҡ уларҙы борҡоттом, Урам бысрағы ише уларҙы тапаланым.

44 Мине халыҡ фетнәләренән ҡотҡарҙың, Ҡәүемдәргә башлыҡ итеп ҡуйҙың, Үҙем белмәгән халыҡтар миңә хеҙмәт итә.

45 Тауышымды ишетеү менән буйһоналар, Яттар алдымда яҡшатланалар.

46 Йөрәктәре тетрәп, ҡалтырашып, Ҡәлғәләренән сығалар.

47 Раббы тере! Һыйынған ҡаям мөбәрәк булһын! Мине ҡотҡарыусы Аллам Күктәргә күтәрелеп ҙурланһын!

48 Минең өсөн үс алыусы Аллам Халыҡтарҙы миңә буйһондорған,

49 Мине дошмандарымдан ҡотҡарған. Һөжүм итеүселәрҙән өҫтөн сығарған, Залим әҙәмдең ҡулынан йолоп алған.

50 Шуға ят ҡәүемдәр араһында Һине данлармын, йә Раббым, Исемеңә мәҙхиә йырлармын.

51 Үҙе ҡуйған батшаға Ул бөйөк еңеүҙәр бирә, Үҙенең мәсихе – Дауытҡа һәм тоҡомона Мәңгелек тоғро мөхәббәтен күрһәтә.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan